Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
31 Август 2022, 17:30

Тарихты яҡшы беләһеңме?

Улайһа, был уйын тап һинең өсөн. Белемеңде тикшереп ҡарарға әҙерһеңме? Бәлки, ҡиммәтле бүләктәр ҙә отоп ҡуйырһың.

Тарихты яҡшы беләһеңме?
Тарихты яҡшы беләһеңме?

Еңеү ирекмәндәре «1418» Бөтә Рәсәй тарихи уйынына теркәй башланы. Һиңә 14-тән алып 18 йәш икән, рәхим ит. Бында тарих буйынса белемеңде һынап ҡарай алаһың. Уйында команда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Уйында төп тарихи ваҡиғалар, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында мәғлүмәттәр буласаҡ. Үҙеңдең белемеңде генә тикшереп ҡалмай, яңы мәғлүмәт тә аласаҡһың.

Иң белермән 20 ҡатнашыусыны диңгеҙгә юллама көтә, һәр бер федераль округтан иң етеҙ һәм башлы 3 командаға Еңеү ирекмәндәре ҡиммәтле бүләктәр әҙерләгән.

Ошо һылтанма буйынса игра-1418.рф үҙең йәки командаң менән теркәлә алаһың. Уйын 30 сентябрҙә Мәскәү ваҡыты менән иртәнге сәғәт 9-ҙа үтәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: