Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Август 2022, 17:33

«Ярты миллион отһам, кондитер цехы асыр инем»

Яҡташыбыҙ, Кушнаренко ауылы ҡыҙы 11 йәшлек Алһыу «Пятница» телеканалындағы «Кондитер. Балалар» проектына  тортын тәҡдим иткән. Һайлау алыу этабында жюри ағзалары Ренат Әғзәмов, Ольга Вашурина һәм Сусанна Эксузян уның ризығын бик оҡшатҡан.

«Ярты миллион отһам, кондитер цехы асыр инем»
«Ярты миллион отһам, кондитер цехы асыр инем»

«Ҡырҡылған уйымы бик  матур. Үҙенең торты тураһында тәмле итеп һөйләп биреп, күрһәтте лә. Һин  маладис. Ошо йүнәлештә үҫеш, барыһы ла килеп сығасаҡ», – тип билдәләне Сусанна Эксузян.

«Мин шаңҡып ҡалдым, ниндәй тәмле. Әлбиттә, мин һиңә «эйе» тип әйтәм», – тип өҫтәне Ольга Вашурина.

«Матур? Матур! Үҙенсәлекле, профессиональ киҫелеш. Һис шикһеҙ, эйе. Ошондай профессионалдың финалыбыҙҙы биҙәй алыуы - беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт» - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «десерттар короле» Ренат Әғзәмов.

«Минең тортым барыһына ла оҡшаны һәм мин финалда еңеү яулайым», - тип белдерҙе Алһыу,  ярты миллион һум отһа, кондитер цехы асасағын да йәшермәне.

Тортты барыһы ла тәмләп ҡараны. Жюри ағзалары Башҡортостан ҡыҙының тәмле итеп бешерелгән бисквиты һәм эслеге өсөн маҡтаны, ләкин эшенең тулыһынса үтәлмәүен дә билдәләне. Һөҙөмтәлә суперфиналға Мәскәүҙән 13 йәшлек Марина үтте.

 «Барыһы ла афариндар! Беҙ өлкәндәрҙән дүрт эш алдыҡ. Һеҙҙең торттарығыҙ шәберәк!», - тип йомғаҡ яһаны Ренат Әғзәмов.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: