Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Май 2022, 15:39

Һәр ҡайһыһы ҡыҙыҡлы ла, ғибрәтле лә тарих һөйләй

Ырыуым – Күбәләк, нәҫелем ҡалмаҡтар араһына барып тоташа. Әле һигеҙ быуынымды беләм. Быларҙы мин Мортаза олатай төҙөгән ҡомартҡы шәжәрә аша өйрәндем. Тик ысын башҡорт балаһы  булыу өсөн был ғына етмәй икән. Үҫә төшкәс,  мәҙәниәт дәрестәрендә ер-һыу атамалары тарихын өйрәнә башлағас, күп нәмәне белмәүем асыҡланды. Шуға үҙ еремдә ышаныслы баҫып торор, ныҡлы тамыр йәйер өсөн  йәшәгән еремдең тарихын өйрәнергә, белергә ҡарар иттем. Беҙ  уҡытыусым менән бергәләшеп яҡын-тирәләге һәр бер урындың атамаһын, һәр ҡайһыһының үҙенә күрә хикмәтле тарихы барлығын белдек.


Байым ауылы биләмәһенә ингән ун ауылда ла матур-матур исемдәр йөрөткән урындар бик күп. Шуларҙың байтағының тарихын  өйрәнеп өлгөрҙөк тә инде. Тәүҙә  ололарҙан белешеп, электән олатайҙарҙан ҡалған яҙмаларҙан эҙләнеп, Күбәләк ырыуы төйәк иткән  ер-һыу атамаларын таптыҡ, хәлдән килгәнсә уларҙың легендаларын йыйҙыҡ. Атамалар иҫ киткес күп, мауыҡтырғыс икән! Һәр ҡайһыһы ҡыҙыҡлы ла, ғибрәтле лә тарих һөйләй.
Күбәләк ырыуының бер нисә генә ауылындағы ер-һыу атамаларына күҙ һалайыҡ әле:
Байым – Сахияр үҙәге, Сусҡа һаҙы, Балтабай, Ҡыҙылъяр, Тирәк араһы, Кесе Ҡыҙыл, Соңғорҙоҡ...
Аһылай – Ямангир, Ҡолдобай, Янсыҡты, Өскөл, Биҙгенде, Мәрйәүлгән, Һайыҫҡан, Кесерткән, Ҡабыҫта, Ямангир, Нәлбикәташ, Кәбәнташ...
Рәхмәт – Тәрәнуй, Ташморон, Һыуһар ҡойоһо, Тайбатҡан, Киләй, Ҡантүбә, Ҡутан...
Яйҡар – Бисура һаҙы, Хәсрәт урамы, Әбей ҡойоһо, Йылҡыүлгән, Әүлиә түбәһе...
Туйыш –  Хәспей төбәге,  Иҫке йорт, Төлкөтау, Ҡараташ, Ҡәҙермәт, Ҡалмаҡ...
Мораҡай –  Бәлә, Ҡаҙаҡорошҡан, Кәзәосҡан, Ямантау, Көркәк тауы...
Ҡайһы бер ер-һыу атамаларының тарихын һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Ҡолдобай
Борон ҡолдар булған ваҡытта йәшәгән, ти, бер бай. Уның аттары өйөр-өйөр икән. Бер ҡасан да ҡолдарын ашатмаған, кейен­дермәгән.
Бына яҙ еткән. Уның ерен һыу баҫҡан. Бай шунда тороп ҡалған. Ул күпме генә, ҡотҡарығыҙ, тип ҡысҡырмаһын, бер кем дә ярҙамға килмәгән. Бай шунда ятып үлгән. Шунан алып күлде Ҡолдобай исеме менән йөрөтә башлағандар.
Был һоҡланғыс күл – элек-электән туристарҙың яратҡан урыны. Тирә-яғын мөһабәт тауҙар, ағастар уратып алған. Һоҡланғыс та ул, тик күлгә һәләкәт янай. Бөгөн уның янында ҙур төҙөлөш эштәре бара: матур-матур, бейек йорттар ҡалҡып сыға. Шул айҡанлы тирә-яғы төрлө төҙөлөш материалы менән тулған, сүп-сар ҙа етерлек. Киләсәктә күл тирәһе кәйеф-сафа ҡороу урыны булып ҡалмаҫ, тип кем әйтә ала?

Бетте түбә
Байым ауылынан Яйҡарға табан киткән юлда Бетте түбә бар. Был ҡыҙыҡ атама ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?  Борон ауыр замандарҙа кешеләр аслы-туҡлы йәшәгән, өҫтәренә кейергә лә булмаған. Ошондай ваҡытта бала-саға ла бетләп йонсоған.
Бер ваҡыт йәйгеһен күмәк кешеләр бесәндән ҡайтып барған. Ә уларҙың алдарында бәләкәй генә түбәлә еләк йыйырға тип сыҡҡан бер әбей биҙрәһен ултыртҡан да, ҡыҙының башын тубығына һалып,  бетен сүпләй икән. Быны күргән кешеләр ҡыҙыҡ күреп: «Был түбәлә бет үрсей инде хәҙер», –  тип көлөшкән. Ошонан һуң әлеге урынға Бетле түбә (ерле һөйләш буйынса Бетте түбә) атамаһы йәбешкән.
Түбәнең икенсе атамаһы, тарихсы Фирғәт ағай Хәлилов әйтеүенсә, Битле түбә тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан.

Балэскән түбәһе
Бетте түбәнән саҡ ҡына арыраҡ китһәң,  Балэскән түбәһе бар. Элегерәк төрлө йыйын булған осорҙа  Байым ауылына йәки күрше ауылдарға килгән ҡунаҡтарҙы ошонда һый-хөрмәт менән ҡаршы алғандар. Уларҙы түбә өҫтөндә бал эсереп, ҡәҙерләп һыйлағандар. Атама шунан ҡалған. Әле уны тик ололар ғына хәтерләй.

Бисура һаҙы
Яйҡар ауылында ошондай  исемле муйыллыҡ бар.  Кантондар заманында был ауылға бер писарь эш менән килгән. Байтаҡ ваҡыт бында йәшәгән, ауылдың тәбиғәтен, кеше­ләрен үҙ  иткән. Ҡайтыр ваҡыты ет­кәс,  иҫтәлеккә тип,  юл ашаһына күп итеп муйыл ағастары ултыртҡан.  Улар үҫеп киткән. Кешеләр муйыл­лыҡты  үҙ  теленә  яраҡлаштырып,  Бисыр һаҙы  тип  атай башлаған.  Тора-бара был  һаҙ  Бисура һаҙы  булып  киткән.

Ҡупыев  төбәге
Ғәбдин ауылы янында Ҡупыев төбәге бар.  Революциянан алда был ауылға  үҙенең  дүрт  ҡыҙын  эйәртеп, бер урыҫ  байы килеп йәшәй баш­лаған. Был  Верхнеуральскиҙан  Копьев тигән  кеше  була. Ул  Ҡыҙыл йылғаһы ярында һыу тирмәне  төҙөтә.  Революцияға  тиклем  ошо тирмәндә  он һалдырта,  ләкин революция башланғас та, тирмәнен боҙҙортоп,  үҙ  яғына ҡайтып  китә.  Шулай  ҙа  уның  тирмәне  ултырған  урынды  ауыл халҡы һаман да  Ҡупыев төбәге  тип йөрөтә.

Мәрйәүлгән
Бер ваҡыт Күсәк исемле тауҙа күрше урыҫ ауылының бер мәрйәһе килеп аҙаша. Оҙаҡ ҡына йөрөй торғас, ҡайтыр юлын тапмай,  үлеп ҡала. Һуңынан  уландары әсәһен килеп таба, тау башына тәре ҡатып ҡуя. Шунан һуң Күсәк тауын ауыл кешеләре Мәрйәүлгән тип исемләгән.

Алдар йылғаһы
Был кескәй генә йылға Үтәсыҡ тауы араһынан килеп сыға ла Ҡыҙыл йылғаһына барып тоташа. Уның исеме есеменә тура килә: алдаҡсы йылға. Сөнки яҙғыһын йә ямғыр яуһа, йылға иҫ китмәле таша, ә йәйгеһен бөтөнләй юғала.

Илназ СӘЙЕТҒӘЛИН,
Байым мәктәбенең 
IX «А» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: