Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Май 2022, 10:23

Йөйәк ауылы тарихы

Мин Рәми Ғарипов исемен­дәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында XI «Г» синыфында белем алам. Бөгөн тыуып үҫкән ауы­лымдың тарихын белеү маҡса­ты менән оҙаҡ йылдар Йөйәк урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы, һуңынан мәк­тәп директоры булып эшләгән ауылыбыҙ тарихын өйрәнеүсе Ринат Гәрәй улы Шәйбәков менән әңгәмә ҡорҙом. 

– Ринат Гәрәй улы, ауылыбыҙҙың  Зөйәк тигән исеме ниндәй һүҙҙән килеп сыҡҡан?
– Һеҙ, йәштәр, ауылдың исемен Зөйәк тип әйтәһегеҙ ҙә ҡуяһығыҙ. Ә уның тарихи исеме – Йөйәк. Ниңә Йөйәк һуң?  Уның улай аталыуына төрлө аңлатма бар. Мәҫәлән, Хөснөтдин Атауллин былай тип һөйләне: «Яҙын йылға ташҡын сағында үҙ ярынан сығып, икенсе йүнәлештән аға башлай һәм уның элекке урыны соҡорайып ҡалып, йөйҙәр барлыҡҡа килә».
Сафа Исмәғилев бабай һөйләүенсә, элек ҡорбан һөйәктәрен эткә бирергә ярамаған. Уларҙы йә соҡор ҡаҙып күмгәндәр, йә тәрән йылғаға ырғытҡандар. Шунан Һөйәк йылғаһы Йөйәккә әйләнгән.
Былар бабайҙар һөйләүенсә булһа, Миңлегәрәй Салауатов миңә бер ҡыҙыҡлы, ләкин ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тура килгән легенданы һөйләне. Борон ошо ерҙәрҙә күп һуғыш, яу үткәндә дошмандың бер монгол яугиры ҡаты яралана, һәм беҙҙең халыҡ уны һыу уртаһында таба. Һыу һыуыҡ була һәм яугирҙың теле лә, һөйләшеүе лә аңлашылмай. Ул ҡалтыранып, үҙ телендә «йуюк»мы, «зуюк»мы тип ыңғырашҡан. Уны бер кем дә аңламаған. Күренекле журналист, шағирә Гүзәл Ситдиҡова бер ваҡыт былай тине: «Монгол телендә «зуюк» тигән һүҙ бар, ул «һыуыҡ» тигәнде аңлата икән». «З» менән «й» хәрефе монгол телендә аралашып килә, шуға күрә Зөйәк тә, Йөйәк тә дөрөҫ.
– Ауылдың тарихы тураһында тағы нимә беләһегеҙ?
– Ауыл борон-борондан Йөйәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Риүәйәт буйынса, иҫке ауылда Һибәт исемле бай ҡарт йәшәгән. Уның ялан тулы малы булған. Мал-тыуары бер яланға һыймай башлағас, ҡарт Инйәр йылғаһы буйына килеп төпләнгән. Һуңынан башҡа ауылдаштарын саҡырыу ниәте менән батшаға һорап яҙа. Быны мин Мәхмүт бабай  Әбсәләмовтан 1983 йылда яҙып алдым.
– Ә һеҙ был легенда, риүәйәттәрҙе ҡайҙан беләһегеҙ? Бала саҡтан ишетеп үҫтегеҙме?
– Ваҡытында күп вариантты Мәхмүт Әбсәләмов, Әхмәҙғәле Солтанов бабайҙан яҙып алдым. Улар бик күп, хәҙер инде онотолоп бөткән. Үҙем тарих менән ҡыҙыҡһынғас, документтар ярҙамында һөйләгәндәрен тикшереп, күптәренең ысынбарлыҡҡа тура килгәнен асыҡланым.
– Ауылдың тағы ниндәй иҫтәлекле урындары тураһында һөйләй алаһығыҙ?
– Мәҫәлән, ауылыбыҙҙың көнсығыш яғында бейек, матур Ҡаратау урынлашҡан. Оло кешеләр һөйләүенсә, ул тауҙың итәгендә тимер рудаһы ятҡылығы бар. Һуғыш осоронда металл эҙләп ҡаҙылған соҡорҙарҙың урындары һаман да күренеп ята.
Ҡыҙыл ярҙы алғанда, балсығы һәм ҡаялары ҡыҙғылт төҫтә. Уның эргәһенән саф таҙа һыулы Һилеғорғо йылғаһы аға. Был – туристарҙың яратҡан ял итеү урындарының береһе. Йәй һайын унан кешеләр өҙөлмәй.
Ауылыбыҙҙың төньяғында бейек Өкө тауы бар. Уның бер ҡаяһы өкө башына һәм суҡышына оҡшаған. Шуға ла шундай исем алған. 
Йөйәк ауылы матур, күренекле урындарға бик бай. Улар тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин.
– Әңгәмәгеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Мин дә тарих менән ҡыҙыҡһынам. Һеҙҙең һөйләгәндәрегеҙ бик ҡыҙыҡлы булды. Мин уларҙы киләсәк быуынға еткереү өсөн күңелемә һалып ҡуйҙым. Һеҙгә  уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем.

Әҙилә ҒӘЗИЗОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының XI «Г» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: