Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Май 2022, 10:21

Кәкүк сәйенә барғанда...

Һыуыҡ һәм оҙон ҡыштан һуң шаулап-гөрләп йәмле яҙ килде. Ҡайнар ҡояштың йылы нурҙары ҡарҙы ашай. Әкренләп ул йоҡара барып, иреп тә бөттө. Бар йән эйәһе ҡыбырлап, ҡышҡы йоҡонан уяна. Тыуған ауылым Ибрайҙа Оло Һүрәм буйҙары йәмләнә, унда булған һәр бер тере нәмә үҙаллы донъя көтә башлай. Шулай итеп, тыуған еремә күңелле, шау-шыулы яҙ килеп етте!
Май башында ҙур ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп Кәкүк сәйенә барырға булдыҡ. Иртә менән тороп, әҙерләнә башланыҡ.  Кемдер нимәлер әҙерләй, йыя, ҡымғыуыз киләбеҙ. Күңелле генә. Кәйефебеҙ көр. Машиналарға тейәлешеп, кемдәрҙер ҡуҙғала башланы. Мин дә уларҙан ҡалышманым: ҡартайым атының арбаһына һикереп менеп ултырҙым. Ул мине көтөбөрәк торҙо ла әкрен генә атын ҡыуҙы. Ауыл осона сыҡҡас, иҫке ферма күренде. 
– Беҙ бала саҡта йыш ҡына фермала уйнай торғайныҡ. Әсәйҙәр һыйыр һауғанда беҙҙе әрләй-әрләй ҡайтарып ебәрә, ә беҙ йәшеренеп йәнә килә инек, – тип һөйләй башланы ҡартайым.
– Беҙ хәҙер тура китәбеҙ, ә һулға китһәң, Ҡоро йылға буйында Үгеҙ үлгән үҙәге, – ти ҡартайым, ҡулы менән күрһәтеп. 
– Ниңә улай атағандар, ҡартай? Унда берәй үгеҙ үлгәнме әллә?
– Ер-һыу атамаларының тарихы менән ҡыҙыҡһыныуың яҡшы, ҡыҙым, – тип ул яйлап ҡына һөйләп китте. – Борон аттар, машиналар булмаған саҡта үгеҙҙәрҙе егеп йөрөгәндәр. Шунда бер кеше йәшәгән. Уның ҙур үгеҙе булған. Ул кешене күп күсеп йөрөгәнгә  Күсерхан тип атап йөрөткәндәр. Күсерхан күсеп-күсеп йөрөп, беҙҙең  ауылға килеп еткән. Ул кеше бер ҙә үгеҙенән төшмәгән. Бер йылды   бесән тейәп, тауҙан төшөп килгән саҡта үгеҙе ҡолаған да ҡуйған. Ҡолағандан һуң ул тормаған, шунда үлгән. Күсерхан үҙенең берҙән-бер үгеҙен ҡәҙерләп күмеп ҡуйған. Шунан йәйәүләп ҡайтып киткән. Ана шул ваҡыттан башлап ул ерҙе Үгеҙ үлгән тип атағандар.
Минең ҡартайым – Зәкир Вәлитдин улы Ҡолмөхәмәтов  тарихты яҡшы белә, йәш сағында тракторсы булып эшләгән.
– Ә хәҙер ниндәй ергә еттек, ҡартай? Был яландың исеме бармы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Бар, ҡыҙым. Был – Ҡарамалыҡ. Ә анау ҡаршы битләүҙе Һарына янған тип йөрөтәләр. Беләһеңме нимәгә?
– Юҡ, белмәйем.
– Был   ваҡиғаның осо аслыҡ йылдарына барып тоташа. Тап ошо ваҡытта, аҙыҡ етмәгәнлектән, кешеләр күпләп үлгән. Ҡар иреү менән, улар ҡырға аҙыҡ эҙләргә сыҡҡан. Иген өлгөргәнсе, һарына, ҡуянтубыҡ, әтмәкәй, йыуа, әтлек тамыры, емеш-еләк менән туҡланғандар. 
Шулай бер ваҡыт бер төркөм үҫмер ашарға эҙләп, урманға бара. Ишмәмбәт түшен үткәс, тау битләп китәләр. Тамаҡ ялғап алырға әҙер булһын тип, тәү тапҡан һарыналарын күмеп, янына  ут яғып, көлсә бешерергә булалар. Үҙҙәре тағы эҙләргә тотоналар. Бер аҙҙан, ашарға тип килһәләр, күмгән һарыналары янып,  көлгә әйләнгән. Һуңынан был урынды Һарына­   янған тип йөрөтә башлағандар. Сөнки аслыҡ йылында бындай хәл фажиғә тип иҫәпләнгән.
Бер йылғаға етәбеҙ.  Ҡартайым минән һорай:
– Беләһеңме был йылғаның исемен?
– Юҡ!
– Тиләгәне! Ҡайҙа китеп бар­ғаныңды ла белмәйһеңме?
– Беләм! Кәкүк сәйенә!
– Ә Кәкүк сәйенә ҡайҙа барабыҙ, тигәйнек?
–  Бабай тыуған яланына. Ә ул ҡайҙа?
– Бына килеп еттек инде. Уңда  – Бабай тыуған, һулда – Ғәле мороно.
– Ҡартай, ниңә уның исеме  улай ҡыҙыҡ ул?
Ҡартайым һөйләп китте:
– Борон бесән сапҡан ваҡытта, ошо яланда бер бала бабайға оҡшап, һаҡаллы булып тыуған. Шуға ул ерҙе Бабай тыуған тип атай башлағандар.
Ҡартай һөйләп бөткәс, ипләп кенә:
– Ә Ғәле мороно ниңә улай аталған? –  тим.
– Был тарих бигерәк ҡыҙғаныс, ҡыҙым. Һуғыш йылдарында беҙҙең ауыл малайҙары Муса менән Ғәли, нимә ашарға белмәйенсә, йыуаға барырға булған.  Оҙаҡ таба алмайынса йөрөгәндән һуң, ниһайәт, улар бер тауҙа йыуа тапҡан. Ҡыуаныстан ни эшләргә белмәгәндәр. Әллә нисәмә көн ашамағанлыҡтан, үҙҙәре бик хәлһеҙ булған, көс-хәл менән тау башына менеп еткәндәр. Шунан йыуа йыя торғас,  Ғәлиҙең хәле бөткән. Уның һыу эскеһе килгән, һәм ул ағаһынан һыу һораған. Ә Муса: «Туҡта, тороп тор, әҙерәк кенә йыяйыҡ та, ҡайтҡас эсерһең», – тигән. Әҙерәк йөрөй торғас, Ғәли: «Хәлем бөттө, әҙерәк кенә ятып торам», – тип ятҡан. Муса тоҡсайын тултырып бөткәс, туғаны янына барған. «Ғәли, әйҙә тор, ҡайттыҡ», – тип ҡараһа ла, ул урынынан ҡуҙғалмаған. Муса илай-илай ҡустыһын сатыр-сотор менән, кейек-фәлән теймәһен тип, күмеп киткән. Икенсе көнөнә оло ғына олатай менән бергәләп килеп ҡустыһын тауҙың моронона ерләгәндәр. Шул ваҡыттан һуң ул ерҙе Ғәли мороно тип йөрөтә башлағандар.
Көнө буйы ҡартайым менән тарих һөйләштек. Күңелгә тыныслыҡ килтергән, шым ғына тауыш менән ағып ятҡан Бәрҙәш йылғаһы буйында ла йөрөнөк. 
–Үҙегеҙҙең һыу ингән ерҙең атамаһын беләһеңме? – тип һораны ҡартайым ҡайтып барышлай.
– Эйе, Кәзә ҡаштағы. Исеме ҡыҙыҡ, тик кәзәһе генә юҡ нишләптер...
– Бер инәй кәзә аҫраған. Кәзә­ләрен Һүрәм буйына ҡыуһа, улары һәр ваҡыт тау битләүендә йөрөгән. Малайҙар шул ерҙе Кәзә ҡаштағы тип атай башлаған.
Ә мин бала саҡта атай менән йыш ҡына эҫе йәй көндәрендә Алат ятыуына балыҡҡа йөрөнөк. Ул Һүрәм буйлап үрҙә, Шауҙымдан да өҫтәрәк. Алатта ат йөҙҙөрҙөк, шул тиклем тәрән булды Алат – ат йөҙҙөргәс һуң! Ҙур суртан, бәрҙеләр бигерәк күп була торғайны.
Шулай итеп, Кәкүк сәйенә барғанда ҡартайымдан үҙ яғымдың ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булған ер-һыу атамаларын, уларҙың тарихын белдем.

Нәргизә ҠОЛМӨХӘМӘТОВА,
Ибрай мәктәбенең X синыф уҡыусыһы.

Ейәнсура районы.


Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: