Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Май 2022, 10:30

Иҫке Сибай – тыуған ауылым

Иҫке Сибай ауылы халҡы Бөрйән ырыуының Атайсал араһынан сыҡҡан. Ҡарттар һөйләп ҡалдырыуынса, уларҙың нәҫеле баярҙар  ҡыҫымына түҙә алмай, бынан 250 – 300 йылдар элек, ирек эҙләп, хәҙерге Күгәрсен районының Санъяп ауылынан Ирәндек тауының көнсығышына килеп, бөгөнгө Эттотҡан ҡыҫығында 1663 йылда төйәк ҡорған. Борон башҡорттар ҡыш ҡар яуһа, күмәкләп һыбай һунарға йөрөгән. Шул саҡ өс-дүрт кешенән торған һунарсылар бер бүрене күреп, ҡыуып етеп, һуғып алһалар, уныһы ла эт булып сыҡҡан. Эттотҡан йылғаһының һәм тауҙың исеме шунан алынған.
Ырыу башлығы хөрмәтенә ауылға Атайсал тигән исем биргәндәр. Күпмелер йәшәгәс, күп балалы ғаиләләргә урын етмәй башлағас, атайсалдар яңы урынға күсеп ултыра. Сибай Тәнәкәев менән ауыл муллаһы Айсыуаҡ Мотаев яҡындағы тауға менеп, урын һайлай. Был тауҙы Айсыуаҡ тип йөрөтә башлайҙар. Яңы ауылға Сибай Тәнәкәев хөрмәтенә Сибай исемен бирәләр. Бөгөн түбәһе ослайып, болоттарға ашып торған Айсыуаҡ тауы Иҫке Сибай ауылының ғорурлығы булып, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. 
Был тауҙан төньяҡта – Ташморон биләне, артабан – битен ҡутырлы-ҡутырлы таштар биҙәгән Ҡутырлы тауы.  Айсыуаҡтан көнсығышта Сағыл тауы урынлашҡан. Уның үҙ исеме юҡ. Ә сағыл һүҙе  тауҙың ҡояшҡа сағылып, көнгә ҡараған яланғас итәген аңлата. Элек төҙөлөш таштары сығарылған тау беҙҙең өйҙөң тәҙрәһе аша күренеп тора. Ауыл йылҡыһын ошонан көтөүгә ебәрәләр. Тауҙа йөрөп ятҡанда бер нисә тапҡыр йылан да күргәнем бар. 
Сағыл тауының артында – Ҡарамалыташ тауы. Уның үҙәгенән Артыуһаҙ шишмәһе сығып ята. Ҡартатайҙың бесәнлегенә китеп барғанда төньяҡтараҡ Ҡарйоҡмаҫ тауы ҡала. Тыныс көндә лә уның башына менһәң, көслө елгә осрайһың, шуға күрә лә ҡыш көнө уның башында ҡар ятмай.  
Шаһиәхмәт Утарбай улы Сибаев – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең йәмәғәт эшмәкәре, сәсән, импровизатор, «Сибай» йыры авторы. Йор һүҙле, шиғри күңелле кантонды халыҡ Сибай сәсән тип ололаған. 1858 йылда уны ауыл халҡы оло юлға оҙата сыға, ул Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы яҡтарына 6-сы кантон башлығы итеп тәғәйенләнә. Шунда халыҡ һорауы буйынса Шаһиәхмәт яуҙаш дуҫы Байтүрә ҡурайсы менән бергә сығарған көйгә  йыр йырлай:
Билемдәге ебәк билбауымды
Сискеләрем килмәй билемдән.
Ҡатай илкәйенә кантон булып
Киткеләрем килмәй илемдән. 
Оҙатыу биләнен шул көндән алып Сибай биләне тип атай башлайҙар. Хәҙерге көндә унда иҫтәлекле стела урынлаштырылған. Нисәмә йылдар, быуаттар үтмәһен, Сибай сәсәндең вариҫтары Иҫке Сибайҙа һаман да йәшәй. Мин дә – уларҙың береһе.
Ауылыбыҙҙа Ҡарағайлы иң ҙур йылға тип иҫәпләнә, оҙонлоғо өс саҡрымға һуҙылған. Элек йылға эргәһендә ҡарағай ағасы күп үҫкән, шуға йылғаны ошолай атағандар, тип һөйләй ҡартатайым. Уға Артыуһаҙ, Эттотҡан, Һикертмә, Тәүәк, Дөйәғылған, Йомағужа, Ҡортлағас, Ҡаңғыс шишмәләре ҡушыла.  Йылға үҙе Төйәләҫ быуаһына ҡоя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы 20 – 30 йыл эсендә һыуы ныҡ кәмене. Элекке ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар юҡҡа сыҡты тиерлек. 
Иҫке Сибай ауылының тарихын һәм ер-һыу атамаларын ҡартатайым Миңнулла Шәйәхмәт улы Сибаевтан һорап яҙып алдым. 

Әлмирә ҠАҘАҠБАЕВА,
Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының  IX «Б» синыфы уҡыусыһы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: