Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Май 2022, 10:28

Әбйәлил мөғжизәһе – өлтөк ҡарағастар

1. 04. 2022 йыл
Һаумы, ҡәҙерле көндәлегем-серҙәшем! Һине күптән ҡулыма алғаным, серҙәремде, уй-фекеремде лә яҙғаным юҡ. Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист Рәшит Шәкүр әйткәндәй: «Ваҡыт ул – туҡталмаҫ карап, елдерә гел алға ул ҡарап...». Эйе, ваҡыт аға ғына... Бына XI синыфты тамамлау алдында ла торам. Тиҙҙән Һуңғы ҡыңғырау байрамы ла етер...  Тыуған ауылым, ғәжәйеп тау-таштар, йылға-шишмәләр, зәңгәр күлдәр, ҡуйы урмандар ере булған Әбйәлилемдән айыры­лырға, үҙал­лы тормошҡа аяҡ баҫырға ла күп ҡалманы. Бигерәк тә олатай-өләсәйем йәшәгән Ҡужан ауылын, өлтөк ҡара­ғастарҙы һағынырмын инде. Көҙгөһөн билдәһеҙ кешеләр был тәбиғәт ҡомартҡыларының олононан ике яҡлап бысып кит­кәйне. Әлеге хәл бөтә республиканы шаҡ ҡатырғайны, уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бар халыҡ күтә­релгәйне. Бөгөн 11 төп ҡара­ғастың унауһы йәшелләнеп ултыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ағас терелә алмаған. Уның тарихын онотмаҫ өсөн көндәлегемә икенсе юлы теркәп ҡуйырмын...


12. 04. 2022 йыл
Сәләм, серҙәшем! Бына тағы һине ҡулыма алдым. Каникулда Ҡужан ауылында олатайым һәм өләсәйемдәрҙә булдым. Барған һайын ҡыҙыҡһынып өлтөк (бөҙрә) ҡарағастар тураһында һорашам. Был мөғжизәле ағас­тарҙың тарихы бик үҙенсәлекле. Ҡасандыр был көндәлекте минең балаларым уҡыясаҡ. Шуға ишет­кән-күргән­дәремде яҙып барам.
Ҡасандыр, меңәр йылдар элек, халыҡ ҡош юлы буйлап көньяҡтан төньяҡҡа  йәки киреһенсә күсеп йөрөгәнендә ярты юлды үтеү­ҙәрен бөҙрә ҡарағастарға ҡарап билдә­ләгән һәм ошонда туҡтап, ял итеп киткән, тигән легенда бар.
Икенсе төрлө тарихы ла Ҡужан ауылы халҡының хәтерендә тороп ҡалған. Был  ерҙәрҙә бер бай йәшә­гән.  Тирмәләр ҡороп, байлыҡта-байманлыҡта йәшәгән был кеше матурлыҡ өсөн Австралиянан өлтөк ҡарағастарҙың үҫентеләрен алдырып ултыртҡан, имеш, тип тә һөйләйҙәр. Күрше Силәбе өлкә­һенең Магнитогорск ҡала­һынан килгән урыҫтар: «Библияла был ағастар «ожмах ҡап­ҡаһы», тип яҙылған», тип тә әйтте.
Бындай ҡарағастар меңәр  йылдар элек һыу аҫтында үҫкән. Беҙҙең ошо ерҙәрҙе диңгеҙ  уратып алған булған, һәм улар шул замандан  ҡалған, тигән фараз да бар. Уларҙы хәҙер үрсетеп бул­маясаҡ, үҫһәләр ҙә, һыу аҫтында ғына үҫәсәктәр, имеш.  Өлтөк ҡарағастарҙы оҙаҡ йылдар тәрбиәләгән Клара Хатап ҡыҙы Абдуллина ла, был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк барҙыр, ти. Сөнки Ҡужандың эргәһендә һарыҡ­сылыҡ комплексы өсөн нигеҙ ҡаҙығанда диңгеҙ ҡабырсаҡтары табылыуы бушҡа түгел. 


16. 04. 2022 йыл
Һаумы, көндәлегем!  Бөгөн беҙ тағы Ҡужан ауылына барҙыҡ. Инәйем Клара Хатап ҡыҙына инеп, хәл-әхүәлен һорашып сыҡтым. Күберәк өлтөк ҡара­ғастар тура­һында белгем килә ине, сөнки был серле ағастар тураһында унан да күберәк белгән кеше юҡтыр. Ул – Рәсәй Феде­рацияһының мәғариф ал­дын­ғыһы, Башҡортостандың ат­ҡаҙанған уҡытыусыһы. Сәғәттәр буйы һөйләй ала. Ә миңә көн­дәлегемә теркәп ҡалыр кәрәк. Һәр бер үткән көн – тарих бит ул.
Клара инәй миңә ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе бәйән итте. «1993 йылда Германиянан ғалимдар килеп, ағастарға йәшел буяу менән номерҙар һуғып, йыуан­лыҡтарын үлсәп йөрөп ҡайтҡан. Бындай ағастар күпләп Австралияла һәм Японияла үҫә, тигәндәр. Сибай педагогия институты биологтары килеп ҡарап, былар – мутанттар, тигән һы­ғымтаға килгән. Бөҙрә ҡара­ғастарҙы Башҡортостан юл­даш телевидениеһының «Следопыт» тапшырыуына ла төшөр­гәйнеләр. Тәбиғәтте һаҡлау – үҙебеҙҙе һаҡлау», – ти ул. Атаһы ҡул тейҙермәгән был ҡарағастарға, шуға ла Клара Хатап ҡыҙы һаҡлап, яҡлап ҡалыуҙы ихлас дауам иткән. 
Ысынлап та, һәр кем ошоға үҙ өлөшөн индерһә, сүп-сар ташлап бысратыуҙы тыйһа, еребеҙ, урмандарыбыҙ, йылға-күлдәребеҙ киләһе  быуынға ла етер һәм улар беҙгә рәхмәтле булыр ине. 
20.04.2022 йыл
Сәләм, көндәлегем! Ҡыуа­нысым эсемә һыймай. Бөгөнгө көнөм тураһында яҙмау мөмкин түгел, сөнки   Клара Хатап ҡыҙы менән өлтөк ҡарағастар янына барҙыҡ. Был  яҡтарҙы мин яҡшы беләм, сөнки йыл да ғаиләм, дуҫтарым менән ошонда күңелле сәғәт­тәремде үткәрәм, емеш-еләк, бәш­мәк йыйырға яратам. Бөҙрә ҡарағастар башҡа ағас­тарҙан ныҡ айырылып тора: олоно бер-ике метр бейеклектә тармаҡҡа бүленеп дауам итә, шуға күрә сатыры түңәрәк кеүек. Иҫ киткес матурҙар. Олоно янында торһаң, йән ты­ныслығы, ниндәйҙер көс һәм ҡөҙрәт тояһың. Һауаһы ла саф, һиллек... Ишетеп-белеүемсә, ун бер төп ҡарағасты өҫтән ҡарағанда улар күк йөҙөндәге ниндәйҙер йон­доҙлоҡто ла хәтерләтә, тиҙәр.  Мотлаҡ  Рифат ҡустым менән йәй көндәрендә квадракоптер менән тикшереп ҡарарға кәрәк, тигән уйға килдем. 
Ҡарағастар кәртәләнгән, төрлө йәнлек һындары, ял итеү өсөн урындар ҙа эшләнгән. Янында музейы ла бар: ике бүлмәле бәләкәй өй, һандыҡтар, балаҫтар, ағас ижау, көбө, бешкәк, ҡашыҡ, ҡымыҙ мискәһе, һауыт-һаба­һының нин­дәй генәләре юҡ! Әлеге көндә бөтөнләй осратып булмаған әйберҙәр ҙә байтаҡ бында. 
Хуш, өлтөк ҡарағастар! Беҙгә, киләһе быуынға ла, йәм өләшеп, имен-һау тороғоҙ!
Ошо ерҙәребеҙҙе, тәбиғә­те­беҙҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, тарихы­быҙҙы һаҡларға һәм ҡәҙерләргә  кәрәк, тигән уй-фекер бөтә тиҫтеремдә лә йәшәһен ине.  «Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙең­дең сығы­шыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – риүәйәт­тәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү», – тигән мәғ­рифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөт­баевтың әйткән һүҙҙәренә тоғро ҡалайыҡ.

Светлана КИЛМӨХӘМӘТОВА,
Асҡар гимназияһының XI синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: