Күлдең дауалау көсөн ата-бабаларыбыҙ борон-борондан белгән, дауаланған. Оло йәштәге инәйҙәр ҙә шуны дәлилләй. Ҡарап тороуға күлгә бик оҡшамаған, күберәк батҡаҡ быуаны хәтерләтә.
Тоҙлокүлдең исеме есеменә тап килә. Уның һыуы бик тоҙло. Составындағы төп элемент – көкөртлө водород, Ессентуки17 минераль һыуына оҡшаш. Ә күлдең диаметры – 20 метр, тәрәнлеге – 1 метр.
Тоҙлокүлгә ингән кешенең тәнен ҡара батҡаҡ ялмап ала. Унан сыҡҡас, эргәһендә сайынырға ябай һыу сығанағы бар. Душта ҡойонорға ла мөмкин. Теләгәндәр мунса инә ала.
Тирә-яғында ҡамыш йәйрәп ултыра. Беҙҙең Яҡуттың, Тоҙлокүлдең матурлығын данлап, ауылдашыбыҙ Сибәғәт ағай Рахманғолов бик матур, үҙенсәлекле йыр яҙған. Унда:
«Юшатырың балыҡҡа бай,
Тоҙло күлең дауалай.
Тырыш хеҙмәт кешеләрең
Тыуған ерҙәрен данлай», – тигән юлдар ҙа бар.
Тоҙлокүлде йыл әйләнәһенә аталы-уллы Рәжәп Рамаҙан улы һәм Рәмил Рәжәп улы Юлбарисовтар ҡарай. Тирә-яғын тәртиптә тоталар, ятҡылығын таҙартып торалар, талпандарға ҡаршы ағыу һиптерәләр. Әйткәндәй, Рәжәп Рамаҙан улы – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Тоҙлокүлдең күбеһенсә терәү-хәрәкәт аппараты сирҙәре менән ыҙа сиккәндәргә файҙаһы ныҡ ҙур. Артыҡ кәүҙә ауырлығы, тире ауырыуы менән йонсоғандарға, түлһеҙ интеккән апайҙарға ла батҡаҡтың дауаһы килешә икән!
Тоҙлокүл – беҙҙең ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың даны, матурлығы. Ул беҙгә Хоҙай тарафынан ебәрелгән ҙур бүләк! Тоҙлокүл менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ! Киләсәк быуынға еткерер өсөн, әйҙәгеҙ, уны һаҡлайыҡ!
Фаягөл ҠУНАҠБАЕВА,
Стәрлетамаҡ медицина колледжының Күмертауҙағы филиалы студенты.