Еңел машинала елдереп, Нуриман районының Яңы Күл ауылына яҡынлайбыҙ. Ҡаршыбыҙҙа тәпәш кенә тау күренә.
– Анау ҡалҡыулыҡ нимәгә оҡшаған? – тип һорай әсәйем.
Иғтибарлап ҡарайым. Япраҡҡа бөрөләнергә өлгөрмәгән ҡайындар ҡарайып, тигеҙ генә булып теҙелгән. Тауҙың ауыл яғына ҡараған битләүендә ағастар юҡ, ул һөҙәк кенә булып, алға сығып тора. Алыҫтан ҡарағанда тау тыныс ҡына ятҡан терпене хәтерләтә икән дә!
– Был тауҙы беҙ Терпетау тип йөрөтә инек, – ти әсәйем. – Терпегә оҡшағанға. Ә борон уның исеме бөтөнләй икенсе булған... Ауыл яңы барлыҡҡа килгәндә, уның итәгенә беренселәрҙән булып Әрҙәшир исемле кеше килеп төпләнә. Шуға тауҙы Әрҙәшир тауы тип йөрөтә башлайҙар. Унда йыш ҡына ырыу аҡһаҡалдары йыйылып, кәңәш ҡорор булған, шуға ла Ырыутау, Йыйын тауы тип тә атағандар.
– Ә һин уны ҡайҙан беләһең?
– Миңә Хәмит олатайың һөйләне, ә уға – атаһы.
Машинанан сығып, тау битләүенең иң бейек урынына күтәреләбеҙ.
– О-о-о, ниндәй матур! – Әле яңы ғына ҡарҙан әрселгән яҙғы ауыл эсендә ҙур һәм бәләкәй генә күпме күл ялтырап ята!
– Ауыл эсендә һәм уның тирә-яғында 50-ләп күл бар, – тип һөйләп алып китә әсәйем. – Олатайың уларҙың исемдәрен, онотолмаһын, киләсәк быуын да белһен, тип яҙып ҡалдырған. Бына улар: Олокүл, Тирмән күле, Сәлмәкәй, Уҫман күле, Упҡынлы, Еләкле, Бәләкәй Ҡушкүл, Дәү Ҡушкүл, Шыршылы, Күтерле күл, Күҙләүек, Бәләкәй Ҫалабаш күле, Дәү Ҫалабаш күле, Хөбәйбә күле, Шәфей, Баҙый, Сүгәрмәк, Бәләкәй Баймән, Дәү Баймән, Әхтәр күле, Зөфәр күле, Туҡсыбай, Оҙонҡыуаҡ күле, Упҡынлы, Ҡамышлы, Тирән күл, Никуар, Ташлыкүл, Уҫаҡ күле, Кәргеләт күле, Нескәкүл, Ҡаракүл, Сәбе күле, Сипкә күле, Ҡунаҡбай күле, Яңғыҙ ҡайын күле, Солтан күле, Күлмәкләр, Фәхри күле, Күгимән күле, Бигуҫак күле, Вәли күле, Ҡаракүл, Мәҙинә күле, Кәнзи күле, Йәмниха ҡойоһо, Ғайса һаҙы (һуңынан «Әскәр күҙе» тип йөрөтөлә башлай), Бәҙри Сауҡаһы.
– Ә ауыл уртаһындағы ана-а-ау ҙур ике күл нисек атала ул?
– Олокүл һәм Сәлмәкәй, – тип һүҙен дауам итә әсәйем. – Олокүлдең һыуын эсер өсөн генә ҡулланалар. Унда кер йыуыу, һыу инеү тыйылған. Яҙ етеү менән Олокүлгә аҡҡоштар төшә. Йәй көнө йәштәр балыҡ ҡармаҡлай. Сәлмәкәйҙең һыуын эсмәйҙәр, шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар унда иркенләп кер сайҡай, ә бала-саға, йәштәр рәхәтләнеп һыу инә.
Сәлмәкәй күленең исеменә бәйле легенда бар. Имеш, борон заманда бер байҙың ғаиләһендә Сәлимә исемле етем ҡыҙ йәшәгән. Уның тормошо бик ауыр булған. Бер көндө ҡыйырһытыуҙарға түҙә алмай, ул күлгә ташлана. Кәүҙәһен таба алмайҙар. Сәлимә батып үлгән күлде Сәлимәкәй күле тип йөрөтә башлайҙар. Тора-бара Сәлимәкәй Сәлмәкәйгә әйләнә.
Бәҙри Сауҡаһы күленең исеменә бәйле легенда ла бар. Уны Хәмит олатайың яҙып ҡалдырған: «Бер бай булған. Баҙарҙа теҙелеп ултырған көршәктәрҙе аты менән тапата ла, ватылған көршәктәрҙең хаҡын түләп китә торған булған. Башҡа ватыла торған нәмәләрҙе лә шулай иткән. Уға бер кем бер һүҙ ҙә әйтә алмаған. Әсәһе Бәҙриямал ҡартайғас, бай унан ялҡҡан да бер күл буйына алып барып, ҡырмыҫҡа түңгәгенә (иләүенә) ултыртып киткән. Ул шунда ҡырмыҫҡаларҙан ашалып, интегеп үлгән.
Был байҙың үҙенә лә ҡартлыҡ килгән. Аяғы ла, ҡулы ла йөрөүҙән туҡтаған. Быны халыҡ әсәһен рәнйетеүҙән күргән. Байлығы бөтөнләй бөткән. Ултырған килеш шыуышып, хәйер һорашып йөрөүгә ҡалған. Һәр йорт эргәһендә: «Минән ғибрәт! Минең кеүек булмағыҙ!» – тип ҡысҡыра торған булған. Әсәһе кеүек, ул да интегеп үлгән. Әсәһе үлгән ер эргәһендәге күлде халыҡ Бәҙри Сауҡаһы күле тип йөрөтә башлаған».
Әсәйемдең тыуған яғы – Нуриман районының Яңы Күл ауылындағы ер-һыу атамаларын яҙҙым. Олатайым Хәмит Һаҙыев әйтеп, яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәрҙе ҡулландым.
Таңсулпан ИСХАҠОВА,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының IX синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.