Ғорурландырҙы
Минең тыуған ауылым бик матур ерҙә урынлашҡан. Көнсығыштан мәғрур тауҙары, бейек ҡаялары менән Ирәндек һырты үтә, ә көнбайыштан ҡуйы урмандары, киң ялан-ҡырҙары, ҡалҡыулыҡтары, шишмә-йылғалары менән Урал һуҙыла. Эргәлә генә йырҙарҙа йырланған Һаҡмар аға, уға моңло Суҡҡарағас ҡушыла.
Ошо тирә-йүндәге ер-һыу атамалары тураһында белгәндәремде тулыландырыу өсөн Илсат олатайыма мөрәжәғәт иттем. Уның белмәгән нәмәһе юҡ. Ҡыпсаҡ ырыуыбыҙ тураһында беренсе мәғлүмәттәрҙе унан ишеттек. Нәҫелебеҙҙең һәр быуыны, ата-бабаларыбыҙ тормошо тураһында һөйләй башлаһа, ҡыҙыҡмаҫ ерҙән ҡыҙығырһың. «Ҡайҙа бесән сабаһың, малың ҡайҙа йөрөй, йәйен еләк ҡайҙа иртәрәк бешә, көҙөн бәшмәкте ҡайҙан эҙләргә – ауылыңдың эргә-тирәһен белергә кәрәк», – ти ул.
Бер аҡыл эйәһе лә: «Ил тарихы кескенә ғаиләләр тарихынан йыйыла. Кеше үҙ нәҫелен, ата-бабалары һөйләгәндәренән ишетеп белгән осраҡта ғына тарихты тулыһы менән булмаһа ла, ниндәйҙер кимәлдә аңлай һәм белә», – тигән.
Матур тәбиғәтле, тарихҡа бай ерҙә йәшәүем бер ғорурландырһа, олатайымдың һәр тау-таштың, туғай, ҡоҙоҡтоң, шишмә-күлдең исемен белеүе тағы бер ғорурландырҙы.
Ҡыҙыҡһындырҙы
Олатайымдың төп бесәнлеге ауылдан алыҫ булмаған Ханғала (Ханҡала) тауы итәгендә урынлашҡан. Был тауҙың бер нисә легендаһы бар икән.
Бынан күп йылдар элек Башҡортостанда урыҫ баярҙарының башҡорт ерҙәрен тартып алыуына ҡаршы яуҙар булған. Халыҡ унда күп ҡырылған, ҡайһылары төрлө яҡҡа ҡасып киткән.
Шул осорҙа бер хан ғәскәре менән беҙҙең тарафҡа килеп сыҡҡан. Уның менән бергә ҡатыны ла булған. Хан йәшенеү өсөн ҡара урман менән ҡапланған иң бейек тауҙы һайлап алған, етмәһә, унда мәмерйә лә бар икән. Тауҙың башынан бар тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренеп торған. Хан ғәскәре һунар иткән, еләк-емеш менән тамаҡ туйҙырған. Киләһе яу өсөн ҡорал да эшләгәндәр.
Бер ваҡыт батша ғәскәре эҙәрлекләп килеп, уларҙы тапҡан. Тау итәгендә ҡаты һуғыш барған. Хан да, уның ҡатыны ла һәләк булған. Иҫән ҡалған һалдаттар уларҙы тауҙың башына күмгән. Киткәндә: «Беҙ китәбеҙ, хан ҡала», – тигәндәр. Шунан бирле был тауҙы Ханҡала тип йөрөтә башлағандар.
Олатайым һөйләүенсә, икенсе бер легендала тауҙың атамаһының килеп сығышын 1740 йылғы башҡорт ихтилалы етәксеһе Ҡараһаҡал исеме менән бәйләйҙәр.
Ә Темәс тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Айҙар ағай Мәжитов был тауҙа эҙләнеүҙәр алып барған, тарихы буйынса мәҡәләләр яҙған. Ғалимдарҙың хеҙмәттәренә таянып, уның иҫбатлауынса, Ханҡала – боронғо ҡала урыны, ҡала-ҡәлғә.
Нимә дөрөҫ: Ханҡала атамаһының килеп сығышы тураһында халыҡ араһында таралған легендалармы әллә тарихи иҫбатлаумы? Был мине ҡыҙыҡһындырҙы.
Йылмайтты
Олатайым әйтеүенсә, ҡайһы бер ер-һыу атамалары кешеләрҙең күҙәтеүҙәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
Ялан уртаһында йәш ҡайын үҫеп сыҡҡан. Кемдер берәү, моғайын, уның төбөндә ял итеп, ҡайын эргәһендә генә йәнәш ултырған ҡарағайға иғтибар иткән. Ул ҡарағайҙы ҡайындың олонона урап киткән. Йылдар үткән, ҡарағай ҡайынға үрелеп үҫеүен дауам иткән. Быны күргән кешеләр уға «Тиле ҡарағай» тип исем биргән. Ялан «Тилеғарағай яланы» булып киткән.
Һоҡландырҙы
Бәләкәй саҡта, мине етәкләп йөрөп, Суҡҡарағас йылғаһы менән таныштырғайны олатайым. Ә уның исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?
Йылға башланған урында уҙенең матурлығы, мөһабәтлеге менән күптәрҙе һоҡландырған суҡ ҡарағас үҫкән. Кешеләр уның эргәһенә яҡын бармаған: тупрағы һелкенеп, тамыры өҙөлөп ҡуйыр, тип уйлаған.
Ләкин ошо ағасты яратмаған бер хан табылған. Ул төндә ялсыһын ҡарағасты ҡырҡып ташларға ебәргән. Яуыз эшен башҡарыуы булған, ҡапыл тирә-яҡта дауыл ҡупҡан, ер һелкенгән, күк күкрәгән һәм йәшен баяғы ялсыны атып йыҡҡан. Күп тә тормай, ханды ла тәхетенән ҡолатҡандар. Ә ҡолаған ҡарағастың тамырҙары аҫтынан урғылып һыу аға башлаған һәм йылға барлыҡҡа килгән. Уға Суҡҡарағас тип исем ҡушҡандар. Йылға хәҙерге Күгиҙел ауылы яғынан ағып килеп, ауылыбыҙ осонда Һаҡмарға ҡушыла.
Ауған ҡарағастың ғүмеренең йәшәү сығанағы булған һыуҙа дауам ителеүен легендала мәңгеләштергән халҡым һоҡландырҙы.
Азат ХАЖИЕВ,
Билал мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы.