Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Апрель 2022, 16:39

Олатайым һөйләгәндәрҙән

Яңы Балапан ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларының тарихын Рәжәп олатайымдан яҙып алдым. Уларҙың күбеһе кеше исеме менән бәйле. «Был беҙҙең ата-баба­ла­ры­быҙҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғы булыуын иҫбатлаусы тарихи мәғлүмәт булып тора. 1797 – 1842 йылдарҙа Ырымбур губернаһы үткәргән межа­лау документтарында был ер­ҙәр шул ваҡыттағы хужаларының исеме менән мәңгеләштерелә», – ти олатайым.

Ауылдың иң билдәле ер-һыу ата­маларының береһе – Саңдүҙәк йыл­ғаһы. Уның  исемен руссаға «пыльная долина» һәм  «звенящая долина» тип тәржемә итәләр. Башҡортостан Респуб­ликаһының топонимдар һүҙлегендә: «Саңдүҙәк – Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылындағы Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһы ҡушылдығы, йылға. Саң һәм үҙәк һүҙҙәренән алынған», – тип яҙылған. Ә Башҡортостан энциклопе­дияһында: «Зыңлап тороусы үҙән һүҙенән алынған», – тиелә.
Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев-Балапанов Саңдүҙәк йылғаһы тирәһендәге туғайҙың матурлығына һоҡланып, йыр сығарған.
Саңдүҙәктә бесән сапҡанымда,
Сәңгел сыға минең тауышым.
Сәңгел сыға минең, ай, тауышым
Тәнем  менән йәнем һау өсөн.
Саңдүҙәкәй, һинең, ай, буйыңда
Ҡыҙарып-ҡыҙарып бешә еләгең.
Саңдүҙәкәй, һиндә күп йәйләнем,
Ғүмерем булһа, тағы килермен.                    
«Сәңгел сыға минең тауышым»   яңғырап сыға минең тауышым тигәнде аңлата. Шулай булғас, саңды данлап йыр сығармаҫтар ине, тип уйлайым.
Саңдүҙәк йылғаһы Ҡужәмбәт тип исемләнгән ерҙән башлана. Эргәһендә Эт һалған тигән керәкәлек уны һыу менән тулыландыра.  Бер саҡрым ти­рәһе төньяҡҡа ҡарай аҡҡас, йылғаның һул ярында Ғиззәт керәкәлеге ята. Был ер Мырҙаҡайҙың икенсе улы – урядник  Ғиззәтулланың һөрөнтө ере була, ул игенселек менән шөғөлләнә, ти олатай. Ғиззәт керәкәлегенән йылға Байғужа тип аталған туғай аша аға. Был ерҙә йылға бик тәрән була, хатта элек унда аттар ҙа йөҙҙөргәндәр. Саңдүҙәк йыл­ғаһы юлын  дауам  итеп,  Дулан сабыны (хәҙер Яңғыҙ ҡайын тип йөрөтәләр) тигән туғайҙа Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһына ҡоя. Ошо ерҙән алыҫ түгел Ташморон ҡаяһы бар. Эргәһендә Ташморон тигән тау ята, уның бейеклеге – 516,2 метр.
Ауылдан көньяҡҡа табан һуҙылған Әйүкә тауҙарының оҙонлоғо – 4 – 5 саҡрым. Уның исеменә бәйле легенда ла бар, ти олатайым. «Урыҫ батшалығының хуплауы арҡаһында урыҫ алпауыттары, байҙары башҡорт ерҙәренә күпләп килеп, заводтар төҙөй башлай. Баш­ҡорттарҙы көсләп суҡындырыу башлана, һалымдар арттырыла, башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ үҫә, улар ҡул­дарына ҡорал ала – төрлө урында ихтилалдар ҡуба. Нуғай юлы башҡорттары Алдар Иҫәнгилдин (Алдар батыр) етәкселегендә урыҫтарға ҡаршы күтәрелә. Ә урыҫ батшалығы башҡорт­тарға ҡаршы ҡалмыҡ ханы Әйүкәне ебәрә. Әйүкә тауында башҡорттар менән ҡалмыҡтар араһында көслө һуғыш була.  Ихтилалға Күбәләк, Тамъян ырыуҙары ла ҡушыла. Ике яҡтан да бик күп кеше үлә. Ҡалмыҡтар үҙҙәренең үлгән һуғышсыларын тау башына ҙур соҡор ҡаҙып, ҡәҙерләп күмә. Халыҡ тәүҙә тауҙы Әйүкә һуғышсылары күмелгән тау тип йөрөтә, аҙаҡ Әйүкә тауы булып ҡала. Был легенданы олатайым 1998 йылда Рәхмәтулла Түрйәновтан яҙып алған.  Хәҙерге көндә лә Әйүкә буйында бындай ҡәберлектәр һаҡ­ланған һәм улар берәү генә түгел.
Әйүкә тауының иң бейек урыны (707 метр) Өйташ тип йөрөтөлә. Өйҙөң ҡы­йығына оҡшағанға шулай тип атала, әле лә бар. Өйташ мәмерйәһендә Мырҙаҡай Буранбай сәсәнде властарҙан йәшереп тотҡан.  Сөнки ул 1820 йылда Верхне­урал төрмәһенән ҡасҡан була. Беҙ бәләкәй саҡта шулай тип һөйләйҙәр ине, ти олатайым.  Сәсәндең ҡустылары Ихсан менән Баязит, Буранбайҙы һыйлайбыҙ тип, заводсының бер һимеҙ атын урлап һуя. Ләкин уның эҙе буйынса ауылға ҡыуғын килә (сөнки ямғыр яyған була). Улар Әйүкә буйында күмелгән иттең ҡалғанын ғына таба. Урыҫтар был урынды: «Маханная гора» (махан «ат ите» тигәнде аңлата) тип исемләй. Ихсан менән Баязитты ҡулға алалар, был мәғлүмәт документ менән дә раҫлана. Баязит Балапанов ғәскәр хеҙмәте формуляры исемлегендә 1837 йылда – казак,  1850 йылда – урядник,  унан һуң зауряд-сотник булып теркәлгән. 
Өйташтың һул яғында ятҡан үҙәк Буранбай йырыны  тип атала, ти олатайым. Уның  Буранбай сәсән хөрмәтенә ҡушылыуын 1996 йылда  Иҫке Балапанда йәшәүсе Мотаһар Сөләймәнов уға бәйән иткән: «Үҙәктең башынан мул һыулы ҡойо сығып ята торғайны. Буранбайҙы һыйлайбыҙ тип һуйылған йылҡының бер өлөшөн ошо ҡойоноң һалҡын һыуына йәшергән булғандар. Шунан һуң халыҡ үҙәкте Буранбай йырыны тип йөрөтә башлай». Был турала Мәһәҙи Рәхимов менән Рәхмәтулла Түрйәнов та һөйләгән. Был үҙәктең ҡойоһо әле лә бар. Өйташтың көнбайыш битендә Сәлих үҙәге, Нәсиха ҡойоһо, Бикйән үҙәге ята. Уларҙың өсөһө лә кеше исеме менән бәйле. Ике үҙәк ағалы-ҡустылы Сәлих һәм Бикйән Үтәғоловтарҙың (Иҫке Балапан) биләмәһе булған.

Регина МАЛЫБАЕВА,
Белореттағы 20-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: