Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Апрель 2022, 16:46

Хәйбулла районындағы йылға-күлдәр

Ғаиләбеҙ менән Сибай ҡалаһында йәшәйбеҙ. Каникулымды Хәйбулла районындағы өләсәйемдә үткәрергә яратам. Ул мәктәптә география уҡытыусыһы булып эшләне. Шуғалыр инде яҡыныбыҙҙың тыуған яғын яратыуы беҙгә лә күскәндер. Өләсәйем беҙҙе йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына алып сығып, ер-һыу атамаһы менән таныштыра. Мин һеҙгә ул һөйләгән йылға-күлдәрҙең  бер нисәүһе хаҡында бәйән итергә теләйем.    
Таналыҡ йылғаһы Ирән­дек һыртының көн­байыш битләүенән  башлана.  Ул Баймаҡ һәм Хәй­булла райондары аша ағып үтеп, Урал йылға­һына барып ҡушыла. Күп өлөшө Хәйбулла ерҙәре аша аға, шуға район халҡы Таналыҡты үҙҙәренең төп йылғаларының береһе тип атай. Ямғырһыҙ, ҡоролоҡ йылдарында һыуы бик ныҡ кәмей. Бер тана ғына эсерлек, тип һөйләгән урындағы халыҡ. Шуға ла йылғаны  Таналыҡ тип йөрөтә башлағандар. Уға алтмыштан ашыу йылға килеп ҡушыла. Шуларҙың иң ҙурҙары – Быҙаулыҡ, Ерәнағас, Маҡан, Турат, Ташлы.
Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы эргәһендә Йомортҡалы, Аҡҡош күле, Ташкүл тигән күлдәр бар. Тәрәнлеге 3 метрҙан ашмай. Яҙ көнө һыуы ярҙарынан сығып йәйелә, ә көҙ көнө бик ныҡ кәмей. Мәленә ҡарап, һыуының  тәме лә үҙгәрә. Ер ҡарҙан әрселгән мәлдә йомшаҡ, сөсө булһа, эҫе, ҡоро ваҡытта әскелтем тәм ала.
Күлдәрҙең иң ҙуры – Йомортҡалы. Исеме есеменә тура килеп тора. Бында яҙ көнө килһәң, ысынлап та, бик күп ҡош ояһына һәм йомортҡаларына тап булаһың. Хәйбулла районында ҡоштар күпләп себеш сығарған берҙән-бер күл ул. 
Йомортҡалы күленең һыуы таҙа. Төбө ҡомло, урыны менән ләм ҡаплаған. Уның көньяҡ-көнсығышында ҡайын, тал ағастары үҫә. Күп өлөшөн ҡамыш  ҡаплаған, шуға ла күлгә бик яҡын килеп булмай. Етмәһә,  тирә-яғын сырмалсыҡ уратып алған. Күлгә томбойоҡтар йәм бирә. Бында ҡыр ҡаҙҙары һәм өйрәктәр, аҡсарлаҡтар, һыҙғатау, сел осрай. Төбөнән һалҡын шишмә урғылып сыға. Ул ҡоролоҡ йылында күлде ҡороуҙан һаҡлай. Һыуы ла бик үҙенсәлекле: иң төбөндә бик һыуыҡ, ә өҫтөндә йылыраҡ.
Аҡҡош күле буйында һирәк-һаяҡ ҡыуаҡлыҡтар осрай, тал үҫә. Бында аҡҡоштар күп, шуға ла уны ошо исем менән атағандар. Ялан, дала яғына хас булғанса, күл төбөндә һалҡын шишмә сығанағы бар. Шуғалыр инде Аҡҡош күленең һыуы бик таҙа, йомшаҡ.
Ташкүл  ярының ҡомло, ташлы булыуы менән башҡа һыу ятҡылығына оҡшамаған. Шуға ла уны ошо исем менән атағандар. Ҡамыш үҫмәй, үләнгә лә бик ярлы. Ҡоштар ҙа һирәк осрай.

Айҙар ӘХТӘМОВ,
Сибайҙағы гимназияның XI синыф уҡыусыһы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: