Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Апрель 2022, 16:35

«Ер-һыу атамаһының килеп сығышы беҙҙең үткәнгә бәйле»

Һәр бер кешенең күңелендә  хәтирәләр йомғағы ята. Уны һүтеп, бала саҡҡа ҡайтып урайһың, үткәндәргә байҡау яһайһың.


Миңә 5 – 6 йәш булған саҡта йәйгеһен Мәләүез районының Һәргәй ауылында йәшәгән Әминә өләсәйемә йыш ҡына ҡунаҡҡа бара торғайныҡ. Ул яңғыҙ йәшәгәс, атай-әсәйемде, апайымды төрлө эш көтә, ә мин яҡыным эргәһендә уралып, һөйләгәндәрен тыңлайым.
Өләсәйем еләк-емеш йыйырға ярата ине. Еләк бешһә, мине эйәртә лә, яланға сығып китә. «Әйҙә, йөрөп ҡайтайыҡ, үҙ-үҙеңде Хоҙайҙың биргән ниғмәтенән мәхрүм итергә ярамай. Йыймаһаң, еләк ашап, биҙрәмде тотошоп йөрөрһөң», –  ти ине. 
Яланға килеп еткәс, ултырып ял итеп алабыҙ. «Ергә рөхсәт һорап ултыр, һәр нәмәнең эйәһе бар.  Һәр бер үлән Хоҙайға башын эйеп, тәсбих әйтеп ултыра. Бар нәмәне лә үҙеңә етерлек итеп кенә ал, исрафлама», – тип өйрәтә. Шунан өләсәйем еләк йыя-йыя хәбәрен һөйләй.
«Бына әле беҙ йөрөгән ялан  Яусапҡан тип атала. Нөгөш һыу һаҡлағысын төҙөмәҫ элек ошо тирәлә өс ауыл бар ине. Нөгөш йылғаһының һул яҡ ярында – Һәргәй һәм Кинйәбай, уң ярында урыҫ ауылы – Привольное. Башҡорттар  уны Ноҡо тип йөрөттө.  Яусапҡан тигән исем аҡтар-ҡыҙылдар һуғышы ваҡытынан ҡалған. Борон ауылға юл ошо урман аша төшкән. Әле  лә уны сырамытырға мөмкин. Бына ошо яландан яу сабып килеп сығыр булғандар. Көн аша ауылға күмәк һыбайлы килә, тип ҡарт өләсәйең Мәғиә һөйләй торғайны. Элек хәҙерге һымаҡ хәрби кейем юҡ, ҡайһылары ҡыҙылдар, ҡайһылары аҡтар икәнен дә айырмайһың. Ҡайһы саҡ «ҡыҙылдар» тигәндәре башлыҡтарына ҡыҙыл сепрәк ҡуя. Яу сапҡандан саң күтәрелгәнен берәйһе күреп ҡалһа, китә ҡысҡырыш, йүгереш. Кем нәмәһен ҡайҙа йәшерергә белмәй, үҙе ҡасып баҙға төшһөнмө, кемгә урман яҡын, шунда ҡасһынмы. Балаларын, малын етәкләй. Сөнки ҡайһы ваҡытта аҡтар менән ҡыҙылдар бер ваҡытта килеп, ауыл эсендә һуғыш башланып китә. Өс ауыл ҡаҡшап тороп ҡала. Ә ғәскәр Ишембай яғына юллана. Элек ул яҡҡа, хәҙерге кеүек Нөгөш – Мәләүез  юлынан түгел, Үткәүел яланынан тау аша төшөп, Туҡтар тигән урыҫ ауылы аша йөрөгәндәр. Бына шундай заманалар булған! 
Ә бына юлдың аҫ яғындағы ялан – беҙҙең Мөхәмәтсафа олатайҙың ере. «Яманай ыҙмаһы» тип аталған. Яманай – ул минең ҡартатай. Уның Мөхәмәтсафа һәм Мөхәмәтсалих исемле улдары булған. Ә Яманай тигән исемде ҡушыу тарихы былай. Бер йылы ҡыш шул тиклем ҡаты һыуыҡ тора, бөтә тереклек өшөй, ҡоштар осоп барған еренән туңып төшә, кешеләр тышҡа сыға алмай интегә, эсәр һыу алған шишмә туңып, аҡмай. Бына ошо айҙа бер ир бала донъяға килә. «Ай, яман айҙа тыуҙы был бала», – ти ололар. ҡар иретеп, баланы йыуындыралар. Ни ғиллә менәндер, ошонан һуң һыуыҡтар һынып, шишмә иреп, ағып китә. Быны тәү күргән кешеләр: «Үләмәт бөттө!» – тип ҡысҡыра. Шунан шишмәнең исеме Үләмәт булып ҡала. Ә малайға Яманай тип исем ҡушалар. Олатай буйынса беҙҙең фамилия – Яманаевтар.
Һәргәй ауылы ике тауҙың итәгенә һыйынып ҡына ултырған. Бына урман ҡаплағаны – Әзгәрләк тауы. Ошонда үҫкән йүкәнең һалабашынан күпме арҡан ишелгәндер, Хоҙай үҙе генә белә. Ә ап-аҡ таштары күренеп торғаны – Ташлытау. Уға һыйынып ҡына Ҡаҙғантау тора. Уның түбәһендә нимәлер эҙләп, ситтән килгән кешеләр соҡор ҡаҙа. Ул соҡорҙо үлән ҡаплаһа ла, әле лә беленеп тора. Шуға Ҡаҙғантау тип йөрөтәләр. Унан килә – Ҡыҙҙар тауы, Ҡаршытау. Ауыл янында ике түбәләс бар (бәләкәй тау). Биргеһе тәпәшерәк, унда ҡар иртә иреп, ер асыла, шунда балалар уйнарға сыға торғайны. Арғы түбәләс ташлыраҡ, унда йыуа үҫә. Беҙ шунда сыға инек.
Мин үҙем Кинйәбай ауылында 1931 йылда тыуғанмын. Һыу һаҡлағыс төҙөлөү сәбәпле, һыу аҫтында ҡалған Кинйәбай ауылына 1758 йылғы, йорт старшинаһы ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән Кинйәбай Бүләков нигеҙ һалған. Ауылыбыҙ бик матур тигеҙ ерҙә урынлашҡайны. Өйҙәр юлдың ике яғына теҙелеп, бер урам булып ултырҙы. Ауылдың ҡап уртаһында магазин, Һәргәй менән Кинйәбай араһында мәктәп булды. Беҙ үҫкәндә «Ҡыҙыл Урал» колхозы барлыҡҡа килде. 1962 йылда, Нөгөш һыу һаҡлағысы төҙөлә башлау сәбәпле, Кинйәбай һәм Привольное кешеләрен төрлө ауылға күсерҙеләр. Кинйәбайҙан 17 ғаилә – күрше Һәргәйгә, 13 ғаилә Күгәрсен районының Ялсы ауылына күсергә мәжбүр булды. Беҙ Һәргәй ауылына күсеп сыҡтыҡ», – тип һүҙен тамамлай. 
Өләсәйемдең биҙрәһе эре еләк менән тула. «Әйҙә, хәҙер күстәнәскә тәл­гәшләп йыяйыҡ, шунан ҡайтырбыҙ», – ти. «Бына быйыл да ҡыҙым менән еләк йыйырға насип булды. Бер ваҡыт инде беҙ булмаҫбыҙ, ошо мин һөйләгәндәрҙе иҫеңдә тот. Ер-һыу атамаһының килеп сығышы беҙҙең үткәнгә бәйле бит ул».

Азалиә ШӘЙӘХМӘТОВА, 
Нөгөш мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы.

Мәләүез районы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: