Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Апрель 2022, 11:50

Тыуған ауылым – Ишәйем

Ауылымдың тәбиғәте бик бай һәм матур. Ишәйҙең көньяғында   тыуған яғыбыҙҙың ғорурлығы  – Торатау, ә төньяҡ-көнбайышында Ҡуштау, Йөрәк­тау шихандары урынлашҡан. Был тауҙар 260 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. Белгестәр әле һаман да уларҙа боронғо хайуан, ҡабырсаҡ, мәрйендәрҙең өлөш­тәрен таба. 


Йәмле ауылымдың уң яғында Ҡыҙҙар, Осҡон, Ҡыҙылташ тауҙары теҙелеп киткән. Тәүге тауҙан үрҙәрәк Александр йырыны ла бар. Был урындың атамаһы элек ошо урында йәшәгән  урыҫ байының исеменән килеп сыҡҡан. Әле был ерҙәрҙә боронғо өйҙәрҙең нигеҙ таштары ла табыла, тиҙәр.
Беҙҙәге Ишәй мәмерйәләренең оҙонлоғо – 1002 метр. Ауылыбыҙҙың данлыҡлы урындарын күрергә башҡа яҡтарҙан да туристар килә. 
Ишәй ауылының килеп сығыу тарихы бик ҡыҙыҡлы. Уҡытыусы апайҙарым менән әңгәмәләшкәндән һуң, бик күп мәғлүмәт белдем.
Ауыл 1800 йылға тиклем барлыҡҡа килгән, тигән фараз йәшәй, шулай булғас, уға 200 йыл самаһы, тип иҫәпләнә. Бер мәғлүмәт буйынса, 1700 йылдарҙа беҙҙең яҡҡа Умраз Ишәев исемле кенәз ер һатып алырға килә. 1776 йылда батшабикә указы менән уға ҙур ғына биләмә бирелә. Ағиҙелдең һул яҡ ярынан, әлеге Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылынан Уҫылыға тиклем, уң яҡ яры буйлап Үрнәк, Шахтау, Восток, Ҡарайған ауылына тиклем уның ерҙәре һаналған. 
Ишәй ауылының тәүге нигеҙ һалыусылары  Һәләүек яры буйына килеп төпләнә. Улар был  урынды бик уңайлы тип таба.  Ауылдың тирә-яғында урман һәм болондар булыуы күңелдәренә бик ята.
Ишәевтар ауылға нигеҙ һалыуҙан башлап XIX быуатҡа тиклем ауылда тик башҡорттар йәшәгән. Һуңғараҡ әлеге быуаттың урталарында татарҙар ҙа килеп төпләнә. Ошонан һуң ауыл башҡорт һәм татар яғына бүленә. Ауылдың бер яғында – 1840 йылда, ә икенсе яғында 1912 йылда мәсет һәм мәҙрәсә төҙөлә.  Шулай итеп, ауылым ҙурая һәм матурлана.


Айгөл ТИМЕРӘШЕВА,
Ишәй мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы.
Ишембай районы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: