Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Март 2022, 10:43

Мөсәт ауылы бай тарих һаҡлай

Салауат районында иҫтәлекле урындар бик күп.

Мөсәт – бай тарихлы боронғо ауылдарҙың береһе. Тыуған еремдәге ер-һыу атамалары хаҡында белергә теләп, атайымдың апаһы, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы Ғайсинаға мөрәжәғәт иттем.

– Фәнирә апай, Мөсәт ауылы бейек-бейек тауҙар менән уратып алынған. Уларҙың тарихын һөйләп китегеҙ әле.

– Беҙҙең Мөсәт ауылы 1300 йылдан һуң барлыҡҡа килгән. Шуға ла уның ер-һыу атамалары ла бик күп. Ауылдағы иң бейек тау – Имәнтау, имән күп үҫкәнгә шулай тигәндәр. Мәсәғүт тауы – Ҡарасәс шишмәһе менән Имәнтау араһындағы тау. Борон массагеттар йәшәп киткән, тигән фараз да бар. Ҡайһы берәүҙәр, Мәсәғүт тигән кеше ошо тау битләүендә көн күргән, ти.  

Боҫҡантауҙа (атамаһын боҙоп, Мыҫҡантау ҙа тиҙәр) ауыл халҡы элек дошмандан тау артына ҡасып, боҫоп ятҡан. Исеме лә шунан килеп сыҡҡан. Әүәле Оҙонтау тип йөрөткәндәр. Тәкәнтәй тауында  – Боҫҡантауҙың көньяҡ битендә бер кеше йәшәгән, шуның эргәһендә бесән сапҡан.

Маяҡ − Мөсәттән ары, бейек тауҙа элек маяҡ торған. Таштау – Ташлы тау, яланы ла бар. Мөсәт ауылының бесәнлеге һәм баҫыуы урынлашҡан ер. Уның сейәлегендәге бурһыҡ ояларынан Янғантауҙағы һымаҡ быу сығып ята.

Берәй фажиғә булыр алдынан Түгәрмә тауының (Түгәрмәташ, Түгелмәташ та  тиҙәр) таштары геүләп, ауылды яңғыратып емерелгән. Һөйләүҙәренсә, 1940 йылда, һуғыш башланыр алдынан да, был хәл ҡабатланған.

– Ауыл эргәһендә Йүрүҙән йылғаһы аға. Тауҙарҙан бик күп шишмә, бәләкәй генә йылғалар сылтырап ағып сыға. Уларҙы халыҡ төрлөсә атап йөрөтә. Ошо хаҡта нимә һөйләрһегеҙ?

– Таштау итәгенән сыҡҡан аҡ балсыҡлы һалҡын шишмәне Таштау шишмәһе тип йөрөтәләр. Күҙ шишмәһе (Гөлғәзимә шишмәһе) – Йүрүҙән йылғаһы буйында яр аҫтынан сыҡҡан шишмә. Гөлғәзимә ҡәртнәй (Йосоп олатайҙың ҡарсығы, Арҡауыл Борхан бәһлеүәндең ҡыҙы) уның һыуын, күҙгә файҙалы тип, гел генә битен йыуыр булған. Сәрби шишмәһен Сәрбиямал тигән ҡарсыҡ гел таҙартып торғанға шулай атағандар. Көмөш шишмә Мөсәт төбәгенә барған юлда урынлашҡан, хәҙер ҡороған инде. Зыя шишмәһе Зыяитдин исеме менән бәйле. Ул һуғышҡа тиклем уны ҡаҙып, бурап китә. Шуға уның исемен ҡушҡандар.

Ҡарасәс шишмәһе мөхәббәт тарихы менән бәйләнгән. 1700 йылдарҙа, беҙҙең олатайҙар йәш саҡта, бик матур, оҙон ҡара сәсле ҡыҙ булған. Уны Солтан исемле егет яратып йөрөгән. Бер ваҡыт ауылға яу килә һәм уны дошмандар баҫтыртҡан саҡта, ҡыҙ шул яҡҡа, ереклек араһына, ҡаса. Һуңынан уның үле  кәүҙәһен табалар. Таңда шул шишмә эргәһендә алтын тараҡ менән оҙон сәсен тарап ултырғанын элек күргеләгәндәр.

Имәнтау йылғаһы Имәнтауҙан Мөсәт ауылын уртаға ярып, Йүрүҙән йылғаһына ағып төшә. Йәгүрүлгән – Егор тигән урыҫ шунда һыуға батып үлгән. Йүрүҙәндең тар, тәрән урыны.

– Ауылды уратып алған төрлө ағастың, текә ҡаяларҙың, уйһыулыҡтарҙың, тау һырттарының атамалары тураһында ла белгем килә.

– Ҡөҙрәт яланы – был ялан борон-борондан мул ашлыҡ биргән. Элек унда урман булған, шуны атай-олатайҙар һөрөп, иген сәскән. Ныҡ уңғас, Хоҙайҙың ҡөҙрәте, рәхмәте, тип әйткән боронғолар.

Өсәү юлы (Себер юлы) − каторжниктарҙы  Мөсәт аша Ҡөҙрәт яланы буйлап ҡыуып алып барғандар, өҫкө яғын Ҡөҙрәт яланы тиҙәр. Муса төшкән тигән ер – Ҡөҙрәт, Әштәк янында. Яуалған – башҡорттар шунда баҫҡынсыларҙы еңеп, яуҙы алған. Яуалған соҡоро – унда мөсәттәр дошмандан ҡасып ятҡан, соҡоронда Яуалған шишмәһе лә бар.

Бәләкәй сейәлек һәм Оло сейәлек – Әсә тауынан һуң, артабанғы ике тау араһында тик сейә үҫкән. Был яҡтағыһы Бәләкәй сейәлек тип аталһа, Мөсәттән алыҫырағы – Оло Сейәлек. Ашбиргән – 1921 йылдарҙа кешеләргә эштән һуң аш ашатҡандар. Оло тал – таллыҡ, бик ҡуйы баланлыҡ булған. Төбәк – электән төбәкте бүлеп килә, үҙән буйы. Бәпкәтал – Йүрүҙән буйындағы, төбәктәге ер, уны Балаүҙән тип тә йөрөтәләр. Таштыҡ – ташлы, ҡомло ер, уртаһындағы күл ҡороған. Уны төлкө, ҡуян, ҡыр өйрәге төйәкләгән. Ағасын һуғыш ваҡытында ҡырҡып бөткәндәр, хәҙер яңынан үҫеп килә. Ҡасим ере – умартасылыҡтың бер яҡ битендә Ҡасим Ғарипов исемле ҡарт шалҡан сәскән урын. Сафа урманы – унда Сафа тигән кеше урман тотҡан. Ҡотоҡай ҡыуағында һәр ваҡыт Ҡотоҡай тигән кеше балан йыйған. Атҡырылған – шул ерҙә аттар күпләп ҡырылған. Унда Мөсәт халҡы ла күсеп йәшәп ҡараған, аҙаҡ кире күскән. 1936 – 1938 йылдарҙа өс өй хужаһы барып ултырған, шишмәһе лә бар. Ҡыяҡул – Мөсәткә Йүрүҙән буйынан менгән ҡыя юл. Йылан­оя − Түгәрмәнең ҡаяһында, йылан күп. Яралка – Мөсәт ауылының ере, көтөүлеге. Ул ерҙәрҙе урыҫтарға ҡуртымға биреп торғандар. Дүрә ҡыуағы – Дүрә тигән кеше шунда ҡуна ятып эшләгән.

– Олатайымдың, һәр ауылдың тарихын зыяратҡа ҡарап белеп була, тип һөйләгәнен ишеткәйнем. Был турала нимә әйтер инегеҙ?

– Мөсәт ауылының беренсе, иң боронғо зыяраты Илтәй ауылы эргәһендә булған. Һуңыраҡ – Әсә тауында, Имәнтау ҡарағайҙарына тиклем ер биләгән. Сама менән 1300 – 1862 йылдарҙа кешеләрҙе ерләгәндәр, хәҙер ҡәберҙәре лә беленмәй. Мөсәттең яңы 1862 йылда асылған. Унда 1921 йылда мәрхүм булған әүлиә Ғайса суфый ерләнгән.

– Бай һәм ентекле мәғлүмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Боронғо тарихлы ауылыбыҙҙа шундай шәхестәр булыуы менән ғорурланам.

 

Салауат районы Янғантау мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Алина ҒАЙСИНА яҙып алды.

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: