Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Март 2022, 11:49

Конкурсҡа эштәр 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә! Ашығығыҙ!

Йыл һайын үткәрелеп килгән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсында мәктәп, лицей, гимназияларҙа белем алыусы IX – XI синыф уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша ала.

Конкурсҡа эштәр 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә! Ашығығыҙ!
Конкурсҡа эштәр 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә! Ашығығыҙ!

Гәзитебеҙҙең нисәмә йыл алып барған проекты – Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының «Бөтә Рәсәй – 2015» XIX матбуғат фестивале лауреаты, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бирелгән грант эйәһе. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйылғы бәйге журналистикаға һәләтле уҡыусылар һәм студенттарҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереү, яҙыуға оҫталыҡтарын үҫтереү, журналистика өлкәһендә милли кадрҙар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Быйыл конкурс ер-һыу атамаларына арналасаҡ. Һәр кем, моғайын, йәшәгән ауылы, уратып алған тау, йылға-күл, шишмә, ялан-ҡырҙары тарихы менән ҡыҙыҡһыналыр. Уларҙың килеп сығышын, олатай-өләсәйҙәрегеҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙән, тарих уҡытыусығыҙҙан һорашып, яҙа алаһығыҙ. Ижади эштәрҙең ҡайҙандыр китаптан күсерелмәгән, үҙенсәлекле итеп һүрәтләнгән булыуы бик мөһим. Мәҫәлән, ниндәйҙер ер-һыу атамаһын мәҡәлә-хәбәр рәүешендә генә түгел, топонимиканы өйрәнгән белгес менән әңгәмә рәүешендә лә эшләргә була. Йә булмаһа синыфығыҙ, ғаиләгеҙ менән ошо урынға экскурсияға барып килеп, тарихы менән бәйләп репортаж да яҙырға мөмкин. Барыһы ла үҙегеҙҙең фантазияғыҙға бәйле. Эшегеҙҙе фото менән байытһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Гәзиттең майҙаны самалы булыу сәбәпле, эштәр редакцияның сайтында ла донъя күрәсәк.

Талаптарға килгәндә, журналистик яҙманың күләме – компьютерҙа йыйылғандан һуң А4 форматындағы ҡағыҙҙа ике биттән ашмаһын. Шрифт – Palatino Linotype. Эштәрҙе ебәргәндә үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирергә лә, яҙған әйберегеҙ ниндәй жанрға ҡарауы, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуығыҙ хаҡында яҙырға ла онотмағыҙ. Тулы исем-шәрифегеҙ, ҡайһы белем биреү учреждениеһында, нисәнсе синыфта йәки курста уҡыуығыҙ, телефон номерығыҙ күрһәтелергә тейеш.

Конкурсҡа эштәр 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәргә аҡсалата премия тапшырыласаҡ: беренсе урынға – 10 мең, ике икенсе урынға – бишәр мең, өс өсөнсө урынға – өсәр мең һум. Ҡатнашырға теләүселәрҙең ижади яҙмалары [email protected]   электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте 89273121545 телефоны буйынса ла алырға мөмкин. Бәйгелә көсөн һынаусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләк һәм Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Булат Солтангәрәевтың ғүмере бик иртә – 17 йәшендә генә фажиғәле өҙөлә. Әммә ул үҙенең ошо ҡыҫҡа ғына йәшәү осоронда тиҫтерҙәренә өлгө булырлыҡ эштәр башҡарып өлгөрә. Ул күп яҡлы шәхес була: геосәйәсәт, хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһына, үҙен төрлө яҡлап үҫтереп, уҡыуҙа, сәнғәттә, спортта маһирлыҡ күрһәтә, олимпиада-конкурстарҙа, конференцияларҙа, турнирҙарҙа алдынғы урындар яулай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Егеттең тормошсан уй-фекерҙәре, уй-хыялдары йәштәштәренә маяҡ булырлыҡ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: