Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Март 2022, 13:42

Бесәнсем

Тыуған төйәгемә Бесәнсе олатай нигеҙ һалған.

Уның 1737 йылғы Арыҫланғол, 1747 йылғы Хоҙайғол, 1749 йылғы  Хоҙайбирҙе исемле улдары булған. Өс улы ҡартҡа ун дүрт ейән бүләк иткән. Улар ҙа егет ҡорона етеп, Ҡыҙҙар, Исхаҡ тауҙары итәгенә иркенләп аҡҡан мул һыулы, Керәүле йылғаһының уң яҡ ярында яңы ыҙмаларға нигеҙ һала.

Әле тыуған төйәгем йылдан-йыл матурлана, төҙөкләнә, яңы заман һулышында йәшәй. Тик беҙгә тыныслыҡ бүләк иткән, аяуһыҙ һуғыштан тере ҡалған яугир­ҙарыбыҙ ғына юҡ хәҙер. Беҙ, йәш быуын, уларҙы мәңге онотмайынса хәтерҙә һаҡларға бурыслыбыҙ. «Уйлап ҡараһаң, һәр кемдең үҙ тыуған төйәге маңлай күҙе менән түгел, күңел күҙе менән уҡый торған китап төҫлө. Уның биттәренә һәр быуын үҙ тамғаһын һалып ҡалдыра, кешелек рухын байытырлыҡ хази­наларҙы үҙенсә мәңгеләштерә», – ти яҡташыбыҙ, яҙыусы Шакир Янбаев.

Мин дә тарих төпкөлөнә инеп, китаптар уҡый башлағас, ауылымдағы Бишағас, Исхаҡ, Ҡыҙҙар тауҙарында аҡ казактар, ҡыҙылдар һәм аҡтар менән һуғыштар барыуын белдем. Атлап йөрөгән еремдең  һәр ҡарышы ҡайнар ҡан, әсе күҙ йәше һәм тоҙло тир менән һуғарылған. Бер нисә йыл буйы дауам иткән ҡан-ҡойош һәм 1921 йылдағы дәһшәтле аслыҡ йылдары кешеләрҙе бөл­гөнлөккә төшөрә, етмәһә, ауылды аҡтар, ҡыҙылдар ҡомһоҙланып талай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла олатай-өлә­сәйҙәр ҡойолоп төшмәй. “Беҙ – Шәһит Хоҙайбир­ҙин тоҡомо, Ва­таныбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн фашис­­тарға ҡаршы яуҙа арыҫ­ландай алышасаҡ­быҙ, тылда аттай эшлә­йәсәк­беҙ, фронтты икмәк, аҙыҡ-түлек менән өҙлөк­һөҙ тәьмин итеү үҙ өлөшөбөҙҙө индерә­сәк­беҙ!” – тип ант итә.

Күгәрсен районынан 13 мең яугир фронтҡа китә. Бесәнсе ауылынан 90-ға яҡын ир-уҙаманы һалдат шинелен кейә, 63 яугир дәһшәтле алыш ҡырҙарында батыр­ҙарса һәләк була. Күкһел Көнгәк итәктәрендә үҫкән ир-егеттәр хеҙмәттә лә, яуҙа ла һынатмай.

Ауылдаштарым 1945 йылдың еңеүле яҙын көтөп ала. Улар колхоз эшендә ҡатнашып, яңыса донъя көтә башлай. Һуғыш яландарында окоптарҙа аунап, төрлө михнәткә күнегеп, күңеле ҡатып өлгөргән ир-егеттәр тыныс тормошта йәшәргә өйрәнә. Беҙгә аяҙ күк йөҙө бүләк иткән олатайҙарға мәңге рәх­мәтлебеҙ! 

Һыуҙар, йылдар аға, быуындар алмашына. Беҙ ҙә үҫеп, төрлө тарафҡа юлланырбыҙ. Тик тыуған төйәгем – Бесәнсем, туған халҡым бер ҙә онотолмаҫ, күңел түремдә йәшәр.

 

Азалиә ҒАЙСИНА,

X синыф уҡыусыһы.

Күгәрсен районы,

Хоҙайбирҙин ауылы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: