Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Февраль 2022, 17:12

Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә!

«Ағиҙел» республика полилингваль олимпиадаһы Халыҡ-ара туған тел көнөнә һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арнала. Был бәйгелә V – XI синыф уҡыусылары көсөн һынай ала.  

Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә!
Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә!

 Олимпиада бер нисә телдә аралашҡан һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеүгә дәртләндереү, полилингваль белем биреүҙе үҫтереү, балаларҙы донъяның мәҙәни мираҫына йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла.

Бәйге ике этапта үтәсәк:

10 – 18 февраль – беренсе этап – ситтән тороп һайлап алыу;

21 февраль – икенсеһе йомғаҡлау этабы.

Сайтта (Полилингвальная олимпиада "Агидель" (idel-ufa.ru)) теркәлгәндән һуң ҡатнашыусыға төрлө туған һәм сит телдәрҙә (рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, инглиз, немец, төрөк, француз) текстар бирелә. Быйылғы текстың темаһы: «Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте».

Икенсе этапта һайлап алыу туры еңеүселәре «Ток-шоу» форматындағы белем биреү проектында ҡатнашасаҡ.

Еңеүселәр һәм призёрҙар республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле приздары менән бүләкләнәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса Регламент проведения Республиканской полилингвальной олимпиады школьников «АГИДЕЛЬ» / Министерство образования и науки Республики Башкортостан (bashkortostan.ru) алырға була.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: