Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Февраль , 16:00

«Спортсы менән фото!» конкурсының бүләктәре лә бик шәп

Беҙ Рәсәйҙең Олимпия йыйылма командаһы һәм, әлбиттә, Башҡортостан спортсылары өсөн бөтә күңелебеҙ менән янып-көйәбеҙ һәм уларға мөмкин тиклем ярҙам итергә теләйбеҙ! «Спортсы менән фото!» конкурсы ла Пекиндағы Ҡышҡы олимпия уйындарына арнала.

«Спортсы менән фото!» конкурсының бүләктәре лә бик шәп
«Спортсы менән фото!» конкурсының бүләктәре лә бик шәп

Конкурс «Инстаграм» селтәрендә @minsport_rb  аккаунтында бара.

Был конкурста ҡатнашыусы 15 бәхетле кешене спорт бүләктәре көтә:
– йөҙөү бассейнына 3 сертификат;

– Белорет районындағы «Мраткино» тау-саңғы комплексына барыуға сертификат;

– Ишембай районындағы «Ҡуштау» тау-саңғы комплексына барыуға сертикат;

– Н. Валуев исемендәге бокс буйынса спорт мәктәбенә күнекмәләргә  3 сертификат;
- 3 йыйылма  фитнес резинкалары;
– спорт биштәре;
- фитнес-браслет;
– фитнес-сәғәттәр;
– фотоаппарат.

Ҡатнашыу шарттары бик ябай:

– Теләгән спортсы менән пост-фото һалып, #алга_башкирия хэштегы менән билдәләргә;

Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала, иң мөһиме конкурста ҡатнашыусы ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнеүен яҙырға тейеш.

Шулай  @r.khabibov һәм @minsport_rb  аккаунттарына яҙылыу ҙа мөһим.

«Инстаграм»да конкурс хаҡында яҙылған постҡа сториста репост  яһарға һәм  @r.khabibov һәм  @minsport_rb аккаунттарын билдәләргә.

Шулай конкурс хаҡында поста ҡатнашам тип яҙырға ла онотмаҫҡа кәрәк. Конкурс барышында сәхифә асыҡ булырға тейеш.

20 февралдә осраҡлы һандар генераторы ярҙамында еңеүселәр билдәләнәсәк.


 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в