Был экосистемаларҙың донъя өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар Ерҙең биологик төрҙәренең 40% йәшәү урыны булып тора, углерод туплай һәм һаҡлай, таҙа сөсө һыу сығанағы булып тора, биләмәләрҙе ҡоролоҡтан һәм һыу баҫыуҙан һаҡлай. Тик һуңғы 50 йылда һыу-һаҙлыҡ биләмәләре майҙаны 35 процентҡа кәмегән һәм улар, урманға ҡарағанда, өс тапҡырға тиҙерәк юҡҡа сыға. Был кеше эшмәкәрлеге – һыу менән ҡулланыу, һаҙлыҡтарҙы киптереү, урмандарҙы юҡҡа сығарыу, бысраныу менән дә бәйле.
Ҡатнашыусыларға айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр тарафынан әҙерләнгән 20 һорауға яуап бирергә кәрәк. Викторина тамамланғас, 12 һорауға дөрөҫ яуап биреүселәргә электрон почталарына сертификат киләсәк. Сертификаттар автоматик рәүештә тултырыла, шуға мәғлүмәттәрҙе, тултырылған форманың https://forms.gle/HznZUXdxnm2wRBfX6 кәңәштәренә таянып, дөрөҫ яҙырға кәрәк. Викторинаға 22 мартта Бөтә донъя һыу ресурстары көнөндә йомғаҡ яһаласаҡ.
Фото: https://ecology.bashkortostan.ru/.