Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ғинуар 2022, 11:00

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла электрон сертификат биреләсәк

 Билдәле рәссам Иван Шишкиндың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Иван Шишкин – тәбиғәт шағиры» тигән онлайн-викторина әҙерләгән.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла электрон сертификат биреләсәк
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла электрон сертификат биреләсәк

Уның маҡсаты – рус пейзаж һынлы сәнғәт мәктәбенең һәләтле вәкиленең ижади мираҫына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Иван Шишкин ватан сәнғәте тарихында художество мәҙәниәте үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Рәссам эштәренең байтаҡ өлөшө рус ландшафтары пейзаждары нигеҙендә эшләнгән. «Караплы сауҡалыҡ», «Башҡортостандың ҡарағай урманында иртә», «Арыш» кеүек картиналары рәссамдың визит карточкаһы һәм бөйөк Рәсәй тәбиғәтенең үҙенсәлекле символдары булып тора. Уның эштәре әле лә илебеҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Биографияһынан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы, замандаштары хәтерләүҙәрен, шәхси көндәлегенән өҙөмтәләрҙе, шулай уҡ уның менән бәйле иҫтәлекле урындарҙан мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған викторина 16 һорауҙан тора. Уның  бер өлөшө рәссамдың бөйөк һәм аҙ билдәле эштәренә арналған.

Викторина һорауҙарына ошо һылтанма буйынса https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdxZfYjVO4e_... яуап бирергә мөмкин.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла электрон сертификат биреләсәк.

 

 

Фото:  https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: