Ижади ярышта 6 – 17 йәштәге уҡыусылар, шулай уҡ 18 – 30 йәштәге йәштәр ҙә ҡатнаша ала. Конкурсҡа «Театраль Волга буйы» фестивален популярлаштырған афиша, плакат һәм баннерҙар тәҡдим ителә.
Компьютер технологиялары, Adobe Photoshop, Adobe Illustrator, Corel Draw кеүек график программалар ҡулланып эшләнгән һүрәттәр (JPG форматы, PNG, PDF йәки cdr, рөхсәте – 300 dpi, эштәр А3 форматынан бәләкәй булмаһын) 25 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.
Конкурсҡа ғаризаны [email protected] электрон почтаһы буйынса бирергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.com/doc388428685_625395992?hash=3fbce4a1320e8c9d02&dl=82004cbb9f486fe9c5 алырға була.
Фото: https://vk.com/kulturarb.