Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Ғинуар 2022, 17:05

Еңеүселәр аҡсалата бүләкләнәсәк!

Шағирә, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә шиғыр һөйләү конкурсы иғлан иткән.

Еңеүселәр аҡсалата бүләкләнәсәк!
Еңеүселәр аҡсалата бүләкләнәсәк!

Унда 3-тән 12 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Бәйгенең шарты буйынса, бында Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы ижад иткән шиғырҙарҙың береһен һөйләргә кәрәк. Көсөн һынаусылар ике йәш төркөмөндә – мәктәпкәсә йәштәгеләр (3 – 7 йәшлектәр) һәм мәктәп уҡыусылары (8 – 12 йәштәгеләр) араһында баһаланасаҡ. Бәйге 31 ғинуарға тиклем бара. Ҡатнашыусыларға йәштәрен, йәшәгән урындарын күрһәтеү мотлаҡ. Видеоларҙы ошо һылтанма буйынса https://vk.com/id144637633?w=wall144637633_24932  урынлаштырырға кәрәк.

 

 

Фото: https://vk.com/id144637633.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: