Арҙаҡлы шәхесебеҙ Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһын тапшырыу буйынса комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарай башлай.
Төп шарт – премияға тәҡдим ителгән эштәр бер йыл алда баҫылып сыҡҡан, күрһәтелгән йә төҙөлгән булырға тейеш. Һәр тармаҡта премия суммаһы – 150 000 һум.
17 – 35 йәшлек дәғүәселәрҙән, ижади коллективтарҙан материалдар 1 июлгәсә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорт, 27-се бүлмә, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлеге. Белешмә өсөн телефон: (347) 251-57-11.