Конкурстар
15 Марта 2013, 10:58

Сифат һанда түгел, ә ЯҠШЫ ЮМОРҘА

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы финалының еңеүселәре билдәләнде Өфө ҡалаһының Конгресс-холы йәштәрҙең шау-шыуына, көлгән тауыштарына күмелде. Залда алма төшөрлөк тә урын юҡ – Башҡорт асыҡ КВН лигаһының финал уйынын барыһы ла түҙемһеҙләнеп көттө. Алдан яҙыуыбыҙса, былтыр декабрҙә һайлап алыу турҙары үткәйне һәм, ниһайәт, алты команда финиш һыҙығына баҫты.

Сифат һанда түгел, ә ЯҠШЫ ЮМОРҘАСифат һанда түгел, ә ЯҠШЫ ЮМОРҘА
Сифат һанда түгел, ә ЯҠШЫ ЮМОРҘА

Сәхнә артында чемпион исемен алыусы команданың капитаны Фидан ҡолмөхәмәтов менән һөйләшеп киттек:
– Фидан, ҡотлайым! Был еңеүҙе көткәйнегеҙме?
– Әлбиттә, өмөтләндек! Шулай ҙа бөгөн жюри “ХХ централ”ға өҫтөнлөк бирер, тип уйлағайным. Яңылышҡанмын икән.
– Һиңә КВН “ене” ни рәүешле ҡағылды?
– 8-се синыфта уҡыған саҡта уйнай башланым. Биш йыл элек “Горняк дозор” командаһы ойошторолдо, иҫләһәгеҙ, 5 – 6 кеше инек. Һуңғы йылдарҙа Рәфис менән икебеҙ генә уйнайбыҙ.
– Сәхнәлә һеҙ, һуңғы тапҡыр сығыш яһайбыҙ, тинегеҙ? Ни өсөн?
– КВН-ға әҙерләнеү күп көстө ала, ваҡыт яғы тығыҙыраҡ.
– Ә Рәфис?
– Уның да башҡа мәшәҡәттәре лә етерлек...
– Уйын барышында Рәфис һине, РФ Миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына эшкә урынлашты, тине. Тимәк, үҙеңде тиҙҙән “Нелегаль мигрант” командаһы составында күрәсәкбеҙ?
– Киләсәк тураһында бер һүҙ ҙә әйтә алмайым. Ысынын әйткәндә, үҙемде КВН-ды баһалаусы ролендә күрге килә.
– Башҡорт КВН-ы тураһында, дөйөмләштереп, нимә әйтер инең?
– Уны урыҫ КВН-ы менән сағыштырып булмай. Әммә ул ҙур-ҙур аҙымдар яһай, өмөттәр яҡты, теләктәр бар. Үҫергә лә үҫергә әле.
– Уңыштар һиңә, Фидан!
Уйын тамам. КВН-сыларға рәхмәт. Ниндәй генә баһа алһалар ҙа, тамашасыларға күркәм ял бүләк иттеләр. Улар өсөн “көйөүсе”ләргә лә рәхмәт. Улар юморға, уйын-көлкөгә сарсаған, һәр сығыш ҡайнар алҡыштарға, дәртләндереү ауазына күмелде. Залда, йәштәрҙән тыш, олпат ағай-апайҙарыбыҙ булыуы ла күңелгә йылы өҫтәне. Сараны ойоштороусыларға ла афарин. Бик күп партнерҙар йәлеп ителгән, ойоштороу йәһәтенән етди эш атҡарылған.
Бындай сара йәштәрҙе берләштерә, ял мәҙәниәтен үҫтерә, телебеҙҙе һаҡлауға өлөш индерә. Киләһе уйындар беҙҙе тағы ла нығыраҡ шатландырыр, тигән ышаныста булайыҡ.


– Әллә илайһың инде?
– Юҡ, күҙҙәрем тирләй.

* * *
Бер-берегеҙҙе эҙләгеҙ, яратығыҙ, көтөгөҙ... ә тапҡас, үҙегеҙгә ныҡ итеп бәйләп ҡуйығыҙ.

* * *
– Егетемдең әсәһе юбилейына саҡырҙы...
– Һауыт-һаба йыуырғамы?
(“ХХ централ”).

* * *
– ҡыҙҙар, һеҙгә ҡыҙыу егеттәр оҡ­шаймы?
– Эйе-е-е...
– Улайһа, мин... мунсаға киттем.
(“Бытбылдыҡ”).

* * *
– Батшаларға баш эймәгән башҡорт баш­ҡа­ларға ғына баш эй­мәҫ. Ә кем башҡорттарға баш эйә?
– Бына миңә эштә үзбәктәр, тажиктар, әрмәндәр...
(“Неле­галь мигрант”).

* * *
Үткән аҙнала Рөстәм Зәкиевич Учалыға эш сәфәре менән барған. Шунда: “Егеттәр, ике буш урын бар, ҡайтаһығыҙмы?” – ти­һә була инде. Исмаһам, ашарға картуф алып килер инек.

* * *
Әгәр ҙә метеорит Баймаҡ райо­нында төшһә, уны антеннаға бәйләп ҡуйырҙар ине: БЮТ-ты яҡшыраҡ тотһон өсөн.

* * *
Юҡ, ысын, мин һоҡланам саф башҡорт ҡыҙҙарына! Улар бит сапҡан бейәне туҡтатыу ғына түгел, туҡтатыр алдынан һауып, ҡымыҙ бешә, ә енләнеп китһәләр... бейәне һуйып, тәмле-тәмле бишбармаҡ бешерә.

* * *
– Фидан, һин спорт менән ҡыҙыҡһынаһыңмы?
– Әлбиттә! Һәйбәт канал... биатлон күрһәтәләр, унан – хоккей...

(“Горняк дозор”).

Ләйсән МӘЖИТОВА, жюри ағзаһы:

– КВН үткәс, күп кенә кешенең: “Һин дөрөҫ баһа ҡуйманың”, – тигәнен ишетергә тура килде. Имеш, кемгәлер күберәк, кемгәлер әҙерәк... Балл ҡуйғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк? Беренсенән, теманың асылыуы (КВН мөхәррирҙәре теманы юҡҡа ғына уйлап сығармай бит), икенсенән, регламент (бөтә командалар өсөн дә ул бер иш) һәм юмор кимәле. Беҙ башҡорт КВН-ының бәҫен күтәрергә тейешбеҙ. “Зәңгәрҙәр”, түштәр, бәҙрәф ҡағыҙы тураһында төрттөрөүҙәрҙән арынырға ваҡыттыр... “Нелегаль мигрант”тарға КВН-ға тоғро булыуҙары өсөн рәхмәт, әммә репетицияның мөһимлеген аңларға кәрәк. “Страйк”тар, афарин, тик тағы ла нескәрәк көләмәстәрен энә күҙе аша үткәрһендәр ине. “ХХ централ” һуңғы бәйгелә генә алға сыҡты, шул сығыштары матур булды. “Горняк дозор” иһә... Афарин, Рәфис менән Фидан. Тик бәйгенең төп ҡағиҙәләренә күҙ һалыу мөһим. Эйе, кеше көлә, эсен тырнап көлә, тиһәң дә була, әммә аҡыллы, етди егеттәргә юморҙы байытырға кәрәктер. “Еңмештәр” менән “Бытбылдыҡ” өсөн кәйеф ҡырылып тора. Уларға тырышыбыраҡ эшләүҙәрен теләр инем.
Сәхнәнән әйтелгән һүҙ осоп сыҡҡан турғай кеүек, тимәк, унан әйтелгән һүҙҙәр ҙә таҙараҡ булырға тейеш. Милләтебеҙҙең төп ҡоралы – тел. Шундай матур һәм бай ул. Уны тупаҫ көләмәстәр һәм ҡылыҡтар менән бысратмайыҡ, зинһар.

Алмас ӘМИРОВ, М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры актеры:

– Башҡорт КВН-ын беренсе мәртәбә күрҙем. Көткәнемдән күпкә яҡшыраҡ булды. Шаяртыуҙар юғары кимәлдә, барыһы ла дәртле. Беҙҙә лә был сара бик яҡшы үтә ала икәнлеген иҫбат иттеләр.
Учалы егеттәре тере юмор менән һөйөндөрҙө, улар уйлап тапҡан бер нисә фразаны хәтер һандығына һалып ҡуйҙым, актер булараҡ ҡулланасаҡмын әле. Стәрлетамаҡтар яҡшы сығыш яһаны. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы рәйесе Урал Кәримов атлы егет афарин булып сыҡты. Ул уны өр-яңы кимәлгә күтәрҙе. Ғөмүмән, КВН тағы ла үҫәсәк әле.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Читайте нас