Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы йәш һайлаусылар өсөн викторина иғлан итеүе тураһында гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр иткәйнек инде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беренсе урынға – 4000, икенсегә − 3000, өсөнсө урынға 1500 һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ. Бынан тыш, әүҙем ҡатнашыусы тағы биш кешене 500-әр һумлыҡ бүләк көтә.
Викторина һорауҙарына аныҡ, теүәл һәм, иң мөһиме, дөрөҫ яуап бирергә генә кәрәк. Шулай итеп, алға, йәш дуҫтар!
“Һайлау хоҡуғы һәм
процесы” бүлеге
КроссвордГоризонталь буйынса:1. Вәкәләтле органдарҙы формалаштырыу маҡсатында граждандарҙың туранан-тура үҙ ҡарашын белдереү формаһы (Форма прямого волеизъявления граждан в целях формирования представительных органов) .
2. ҡануниәт актының йомғаҡлау өлөшөндәге өҫтәмә статья (Дополнительная статья в заключительной части законодательного акта).
3. Властың айырым вәкәләтле органының мөҙҙәт ваҡыты (Срок полномочий определенного представительного органа власти).
4. Алдан һайлауҙар (Предварительные выборы).
5. Хәҙерге Францияла һайлау округы, совет осорона тиклемге Башҡортостанда территориаль берәмек (Избирательный округ в современной Франции, территориальная единица досоветской Башкирии).
6. Лихтенштейндың бер палаталы парламенты исеме (Название однопалатного парламента Лихтенштейна).
7. Депутаттарҙың вәкәләтле власть органының бер партия фракцияһынан икенсеһенә күсеүе (Переход депутатов из одной партийной фракции представительного органа власти в другую).
Вертикаль буйынса:
8. Раҫланған формала һайлау документы (Избирательный документ утвержденной формы).
9. Бөйөк Британияла парламент практикаһынан фекер алышыуҙарҙы сикләү алымы (Название одного из методов ограничения прений в парламентской практике Великобритании).
10. Һайлау вазифаһын биләгән шәхесте вазифаһынан бушатыу (Отрешение от должности лица, занимающего выборную должность).
11. Гражданлыҡ йәмғиәте һәм хоҡуҡи дәүләт ҡоролошоноң нигеҙен тәшкил иткән принциптарҙың береһе (Один из фундаментальных принципов устройства гражданского общества и правового государства).
12. Дәүләт, хөкүмәт, партия исеменән белдереү (Заявление от имени государства, правительства, партии).
Иҫкәрмә: кроссвордтың яуаптары русса тултырыла.
Һайлау процесы буйынса һорауҙар1. Һайлау участкаһында тауыш биреү һөҙөмтәләре күрһәтелгәс, ошо һөҙөмтәләр тураһында протоколды участка һайлау комиссияһы ҡайһы һайлау комиссияһына ебәрергә тейеш?
2. Һайлау көнөндә тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән буш йәшник ниндәй тәртиптә мисәтләнә?
3. Участка һайлау комиссияһы ағзаһы бюллетенде үҙ аллы тултыра алмайынса ярҙам һораған һайлаусыға ярҙам итергә хоҡуҡлымы?
4. Участка һайлау комиссияһына ебәрелгән күҙәтеүселәр тауыш биреү һөҙөмтәләре тураһындағы протоколды үрҙә торған комиссияға ебәргәндә ҡатнаша аламы?
5. Һайлаусылар исемлегенән яңылыш йә хата арҡаһында төшөрөп ҡалдырылған һайлаусы тауыш биреү көнөндә исемлеккә индерелә аламы?
“Рәсәй Федерацияһы һәм
субъекттарында закондар сығарыу органдары” бүлеге
1. Удмурт Республикаһы парламенты.
2. Тыва Республикаһының закондар сығарыу органының тулы исеме һәм палаталары һаны.
3. Свердловск өлкәһе парламенты ҡасан барлыҡҡа килгән һәм нисек атала?
4. Нисәнсе йылдан Башҡортостан Республикаһы парламенты бер палаталы?
5. Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттарын тәүгә ҡатнаш система менән һайлаған дата.
6. Ниндәй даими эшләүсе орган үҙенә эшмәкәрлеге тураһында отчет биреүсе Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙы формалаштыра?
7. Кем Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты булып һайлана ала?
8. Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарамағында ниндәй ижтимағи ойошма эшләй?
9. 2013 йылда Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа нисә депутат мандатына дәғүә итәсәктәр?
Яуаптарҙы түбәндәге адресҡа ебәрергә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46-сы йорт – Үҙәк һайлау комиссияһына. Конверт тышына “Викторина − 2012” тип яҙырға онотмағыҙ. Электрон почта аша ла ебәрергә мөмкин:
[email protected].