Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Сентябрь 2012, 16:40

Халыҡ участковыйы – 2012” өсөн тауыш бирегеҙ!

Үҙегеҙҙең участковыйығыҙ менән ризаһығыҙмы? Әгәр ҙә “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, уға Рәсәй конкурсында еңеү яуларға ярҙам итегеҙ! РФ Эске эштәр министрлығы “Халыҡ участковыйы – 2012” конкурсын иғлан итте. Иң күп тауыш йыйған полиция хеҙмәткәре ошо исемгә лайыҡ буласаҡ.

Үҙегеҙҙең участковыйығыҙ менән ризаһығыҙмы? Әгәр ҙә “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, уға Рәсәй конкурсында еңеү яуларға ярҙам итегеҙ!
РФ Эске эштәр министрлығы “Халыҡ участковыйы – 2012” конкурсын иғлан итте. Иң күп тауыш йыйған полиция хеҙмәткәре ошо исемгә лайыҡ буласаҡ.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында – http://02.mvd.ru/news­/307209/ һәр участковыйҙың эшмәкәрлеген, уның ярҙамында нисә енәйәт асыҡланғанын, хеҙмәттәштәренең һәм граждандарҙың фекерен белергә мөмкин.
“Халыҡ участковыйы – 2012” исеменә лайыҡ булырлыҡ кандидатҡа тауыш бирер өсөн электрон почтаға – [email protected], хеҙмәткәрҙең фамилияһы, исеме, атаһының исеме һәм хеҙмәт иткән урынын күрһәтеп, хәбәр ебәрегеҙ.

БР буйынса Эске эштәр
министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: