Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Июнь 2012, 16:10

«Ирәндек моңдары – 2012» бәйгеһе хаҡында бер кәлимә

31 май – 2 июндә Сибай ҡалаһында башҡорт йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» XI төбәк-ара йыр бәйгеһе уҙҙыИке йылға бер тапҡыр уҙғарыла килгән был мәртәбәле бәйгегә нисек ныҡышмалы әҙерләнгәндәрен күреп, сибайҙарҙа «Ирәндек моңдары» менән ғорурланыу, хатта әҙерәк маһайыу ҙа барҙыр, тигән фекергә килдем. Былай булһа ла, бер ҙә хилафлыҡ күрмәйем: кемдер халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадын, милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырға, уны артабан да йәшәтеп килергә тырышырға тейештер бит. Ғәҙәттәгесә, бәйгеселәр өс төркөмдә – балалар һәм үҫмерҙәр, һәүәҫкәрҙәр һәм профессионалдар араһында – көс һынашты.

«Ирәндек моңдары – 2012» бәйгеһе хаҡында бер кәлимә
«Ирәндек моңдары – 2012» бәйгеһе хаҡында бер кәлимә



Жюри ағзаларына быйылғы бәйге хаҡында бер нисә һорау биреп, уларҙың фекерен ишетергә насип булды.
1) Быйылғы «Ирәндек моңдары», уҙғандары менән сағыштырғанда, ниндәй яғы менән хәтерегеҙҙә ҡаласаҡ?
2) «Ирәндек моңдары»ның башҡорт халыҡ йырҙарын популярлаштырыу, халыҡҡа еткереүҙе маҡсат итеп алған бәйге икәнен беләбеҙ. Ошо маҡсаттарға ирешеү өсөн бөгөн нимә етешмәй һуң? Нисегерәк итеп бәйгегә йырсыларҙың һәм халыҡ иғтибарын арттырырға була?

Вәхит ХЫЗЫРОВ:
– Конкурсант­тарҙың аҙ булыуына иғтибар иттем. Килгәндәренең дә әҙерлек кимәле түбән булыуы күҙгә ташланып тора. Хатта традицион рәүештә йыр-моңға бай Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Учалы яҡтарынан килгән балалар ҙа быйыл йүнләп әҙерләнмәгән. Кон­курсты ойоштороусылар, киреһенсә, ҡунаҡтарҙы ҡар­шылау­ға, ғәҙәттәгесә, төплө итеп әҙерләнгән.
Бынан 25 – 30 йыл элек мин үҙем ҡурайҙы тыңламай инем. ҡурайҙан скрипканы өҫтөн күрә торғайным. Әммә Азат Айытҡолов, Рәсүл ҡарабулатов, башҡа оҫта ҡурайсыларҙың тырышлығы менән миңә ҡурай нығыраҡ оҡшай башланы, бөгөн мин уға ғашиҡмын. Йәғни һәр өлкәлә яҡшы пропаганда кәрәк, шул иҫәптән «Ирәндек моңдары»на ла. Бөгөн сәхнә, телевидение, радиоканалдар «ширпотреб» йырсылар менән тулған, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусылар улар араһында лайыҡлы урын яулай алмаған. Был етешһеҙлекте бөтөрөргә кәрәк.

Фәрзәнә СӘҒИТОВА:
– Йәш йырсылар шатландырҙы. Эҙләнгәндәр, «Төх­вәт кантон», «Ғәҙебәк На­сир», «Байсауыл» кеүек һирәк яңғыраған халыҡ йырҙарын табып, әҙерләнеп килгәндәр. Уҙған «Ирәндек моңдары»нда сәхнәгә сыҡ­ҡан йәштәребеҙ бөгөн йырсы булып танылды. Тимәк, киләсәгебеҙ ышаныслы тиергә була.
Бөгөн «Ирәндек моңдары» конкурсы тамамланды икән, иртәгә яңыһына әҙерләнә башларға кәрәк. Берәй райондан еңеүселәр бар икән, район хакимиәттәре башлыҡтары уларҙы халыҡ алдында ҡотлаһын, ҡанатландырһын, ауылдар буйлап концерттар менән йөрөтһөн. Был конкурстың лауреаты булыуын һәр уңайы сыҡҡан урында атап үтеү кәрәк. Беҙҙең башҡорт халыҡ йырҙарын итальяндарҙың, был ҡайһы ариянан, тип һорағанын ишеткәнем бул­ды. Йәғни улар башҡорт халыҡ йырҙарын донъя кимәлендәге классик йыр сәнғәтенә тиңләй.

Баязит БАЙНАЗАРОВ:
– Мин, башлыса, балалар бәйгеһен баһаланым. Улар быйыл бик йомшаҡ әҙерләнгән. Әлбиттә, балаларҙың тауыш диапазонын тикшереү, ауыр көйҙәрҙе йырлаттырыу тигән нәмә юҡ: улар «ҡара юрға», «Һандуғас» кеүек еңелсә йырҙарҙы башҡарһа, үҙе булған. Шулай булһа ла, бәйгеселәрҙең Баймаҡ һәм Сибайҙан ғына күпләп килеүе, конкурстың географияһы ошо ике төбәккә генә ҡайтып ҡалыуы насар күренеш булды. Фәрүәз ҡотоевтан башҡа иҫтә ҡалырлыҡ сағыу сығыштар булманы тиергә мөмкин. Был бала «Сибай»ҙы ололарҙан бер ҙә ҡалышмай башҡара алды.
Килгән балаларға ла етди ҡараш етешмәгәне күренеп тора: улар ҡурай, баянға ҡушылып йырлап өйрәнмәгән, шуға ҡаушап ҡалдылар. Махсус уҡытыусылары булмауы ла сәбәптер инде быға. Балалар ошондай мәртәбәле конкурстарға йөрөп шымара, оҫтара, тәжрибә туплай – шуны оноторға ярамай.

Еңеүселәр

Балалар араһында
1-се урын – Фәрүәз ҡотоевҡа (Баймаҡ районы, Буранбай ауылы),
икенсе урын – Исмәғил Хәлисовҡа (Әбйәлил районы),
Александра Сверловаға (Силәбе өлкәһе, Сосновка райо­ны),
өсөнсө – Гөлдәриә ҡаһарма­нова (Сибай ҡалаһы),
Айбулат Оморҙаҡов (Белорет ра­йоны),
Гөлсиә Маракановаға (Сибай ҡалаһы) бирелде.

Һәүәҫкәрҙәр араһында
1-се урынды бер кемгә бирмәҫкә ҡарар ителде,
Әлфиә Мырҙабаева (Бөрйән ра­йоны) – икенсе,
Зәлиә Бәхтиева (Өфө ҡалаһы) – икенсе,
Ирназар Хәсәнов (Сибай ҡалаһы) өсөнсө урын алды.

Профессионалдар араһында
1-се урынды – Рәдиф Зарипов (Өфө) һәм
Салауат Мөхәмәтйәров (Өфө),
икенсене – Гөлсиә Хилажева (Учалы),
өсөнсөнө Рәфис Сирусин (Сибай) һәм
Гөлсинә ҡудашева (Сибай) яуланы.

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.
АВТОР фотолары.

Читайте нас: