+10 °С
Болотло
"Одноклассники"
"Телеграм"
"Вконтакте"
Гәзиткә яҙылыу
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Май 2012, 14:45
Сәмле лә, ғәмле лә Әбйәлил мәктәптәре
Еңеүселәрҙең иң шәбе – Яңы Балапанда“Бәхетленең ҡунағы бер көндә!” – тип ҡыуанышып ҡаршы алдылар беҙҙе Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылы урта мәктәбендә. Уҡыу усағы, ысынлап та, ҡайнап тора – баҡсаһында яҙғы эштәр бара, белгестәр ремонт эшләү өсөн мәктәптең хәл-торошон баһалап йөрөй, тәнәфескә сыҡҡан балалар күңелле гөрләшә. Беҙ Яңы Балапан ауылындағы мәктәпкә бер юлы ике еңеүсене – “Бөтә синыф менән – “Йәшлек”кә!” конкурсында беренсе урын яулаусы 10-сы синыф уҡыусыларын һәм “Бөтә коллектив менән – “Йәшлек”кә!” бәйгеһенең иң шәп ҡатнашыусыларын – мәктәп коллективын тәбрикләргә ашҡынып килгәйнек. Яҙғы матур көндә, барса халыҡ ең һыҙғанып эшләгән ваҡытҡа тура килеүебеҙ үҙебеҙҙең дә күңелде күтәреп ебәрҙе.
Сәмле лә, ғәмле лә Әбйәлил мәктәптәре
Читайте нас в