Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Март 2012, 18:02

Һөнәрмәндәр күрһәтте һөнәрен

Өфөлә ойошма-предприятиеларҙа эшләүсе йәштәр араһында «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2012» республика һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе үтте. Эшсе һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында ойошторолған конкурста 22 йәштән 35 йәшкә тиклемге ике йыл эш стажы булған ун гүзәл зат ҡатнашты.

Һөнәрмәндәр күрһәтте һөнәрен
Һөнәрмәндәр күрһәтте һөнәрен

Өфөлә ойошма-предприятиеларҙа эшләүсе йәштәр араһында «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2012» республика һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе үтте. Эшсе һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында ойошторолған конкурста 22 йәштән 35 йәшкә тиклемге ике йыл эш стажы булған ун гүзәл зат ҡатнашты.
Тәүге турҙа ҡыҙҙар „Минең һөнәри кредом” эссеһында эшләгән ойошмаһы менән таныштырһа, икенсе бәйгелә үҙенең һәләтен күрһәтте. Конкурсҡа көсөн һынар­ға килеүселәрҙең береһе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел ине: төп приз­ды алыу өсөн төрлө яҡлап маһирлығын, ниндәй һөнәрмән булыуын күрһәтергә тырышты. Талапсан жюриға ла йыр-моңға оҫта, үҙ эшен яратҡан ҡыҙҙарҙың „иң-иң”дәрен һайлап алыу еңел булманы. Оҙайлы фекер алышыу­ҙарҙан һуң улар гран-приҙы Асҡын районындағы Асҡын 1-се дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Динисламоваға бирергә ҡарар итте.
„Иң һөйкөмлө” номинацияһына – Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы „Мәсем” йәштәр-үҫмерҙәр клубы социаль педагогы Регина Юлбирҙина, „Иң оригиналь” номинацияһына „Каустик” асыҡ акционерҙар йәмғиәте аппаратсыһы Ольга Башкатова лайыҡ булды.
Нефтекама ҡалаһынан „Баш­ҡор­тостандың энергия етештереү компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте агенты Луиза Минильшинаның артислыҡ һәләтен юғары баһалап, жюри уны „Йыр-моңға иң маһиры” номинацияһы менән бүләкләне. „Баш­автотранс”тан кадрҙар иҫәбе белгесе Екатерина Ключникова „Тама­шасы һөйөүе” призын яуланы.

З. ХӘСӘНОВА.
Читайте нас в