Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Декабрь 2011, 15:21

Мәскәү, Стәрлелә байрамды ҡаршылау

Был хәл 1981 йылда – 13 ғинуарҙа булды. Беҙ – мин, Марат, туғаным Рафаэль, Надя киленем һәм уларҙың алты айлыҡ улы Роман – Мәскәүгә барырға сыҡтыҡ.Улар Яҡутстанда йәшәй, беҙ Марат менән уларҙы оҙатырға тейеш инек. Өфөлә ағайҙар бар, унда ҡунып, иҫке Яңы йылды ҡаршыланыҡ, унан майҙанға сығып, тау шыуҙыҡ. Иртән Мәскәүгә самолет менән осор­ға кәрәк ине. Беҙ 5 минутҡа ғына самолетҡа һуңланыҡ. Бер тәүлек ултырҙыҡ аэропортта, икенсе көндө остоҡ. Билет булмау сәбәпле, Рафаэлдәр беҙҙән өс сәғәт элек осто. Уларҙы оҙата алманыҡ. Мәскәүҙә ауылдан барған һеңлебеҙ бар ине, уны табып, бер аҙна торҙоҡ. Бөтә нәмәне күреп ҡайттыҡ. Ике мең һум аҡса менән барғайныҡ, алмаған әйбер ҡалманы, хатта аҡсабыҙ артып ҡалды. Иҫке аҡса бәрәкәтле булған. 35 градуслыҡ һыуыҡта өс сәғәт сират тороп, Мавзолейҙа Ленин бабайҙы күрҙек. Шундай саҡтар бар ине.

Был хәл 1981 йылда – 13 ғинуарҙа булды. Беҙ – мин, Марат, туғаным Рафаэль, Надя киленем һәм уларҙың алты айлыҡ улы Роман – Мәскәүгә барырға сыҡтыҡ.
Улар Яҡутстанда йәшәй, беҙ Марат менән уларҙы оҙатырға тейеш инек. Өфөлә ағайҙар бар, унда ҡунып, иҫке Яңы йылды ҡаршыланыҡ, унан майҙанға сығып, тау шыуҙыҡ. Иртән Мәскәүгә самолет менән осор­ға кәрәк ине. Беҙ 5 минутҡа ғына самолетҡа һуңланыҡ. Бер тәүлек ултырҙыҡ аэропортта, икенсе көндө остоҡ. Билет булмау сәбәпле, Рафаэлдәр беҙҙән өс сәғәт элек осто. Уларҙы оҙата алманыҡ. Мәскәүҙә ауылдан барған һеңлебеҙ бар ине, уны табып, бер аҙна торҙоҡ. Бөтә нәмәне күреп ҡайттыҡ. Ике мең һум аҡса менән барғайныҡ, алмаған әйбер ҡалманы, хатта аҡсабыҙ артып ҡалды. Иҫке аҡса бәрәкәтле булған. 35 градуслыҡ һыуыҡта өс сәғәт сират тороп, Мавзолейҙа Ленин бабайҙы күрҙек. Шундай саҡтар бар ине.
1989 йыл. Беҙҙе Фәрит кейәүҙең 50 йәшенә, Стәрлегә, саҡырҙылар. Киске поезд менән киттек. Элек телефон юҡ. Адресты алырға онотҡанбыҙ. Беренсе барыу ине. Комаров урамы, тигәндәре иҫтә ҡалған, фатир 13-сө икәне хәтерҙә, өй һанын белмәйбеҙ. Инәбеҙ ҙә 13-сө фатир­ҙан һорайбыҙ, юҡ, улар түгел, шулай 7 − 8 өйгә индек. ҡулда әйбер күп – ит, ҡаҙ алғанбыҙ, арыныҡ. Эскәмйәлә ултырабыҙ. Сәғәт ун булып килә. Яңы йыл етеп килә. Үткән кешенән һорайбыҙ: уҡытыусы Фәритте белмәйһегеҙме, немнушка хромает, тип, юҡ, белмәйҙәр. Шунан тағы бер өйгә индек тә 13-сө фатирҙың ишеген асһаҡ, геү киләләр. Ишек элеүһеҙ. Зәйнәп һеңлебеҙ йүгереп сыҡты. Беҙ арығанбыҙ, асбыҙ. Яңы йылды ҡаршылап, майҙанға сығып, тау шыуҙыҡ әле. Ул тау шыуғанда бүректәр оса. Бер ҡоҙаның бүреге юғалды. Шулай ҡыҙыҡ ваҡыттар бар ине. Был конкурсығыҙ әллә ниндәй хәтирәләрҙе иҫкә төшөрҙө.

Вазифа ҒӘЛИУЛЛИНА.
Ауырғазы районы, Үтәймулла ауылы.
Читайте нас: