Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Декабрь 2011, 15:43

Күңелдәрҙе арбар башҡорт ҡыҙы...

БДПУ-ла белем алыусы Мәсетле ҡыҙы Луиза Закирйәнова «Мисс Азия – Себер – 2011» конкурсында 2-се урынды яуланыБашҡорт ҡыҙы – ул халҡымдың йөҙөк ҡашы,Серле, төҫөн юймаҫ гүзәл, күҙ ҡамашыр.Быуындарҙы быуындарға ялғап, төйнәп

Күңелдәрҙе арбар башҡорт ҡыҙы...
Күңелдәрҙе арбар башҡорт ҡыҙы...
БДПУ-ла белем алыусы Мәсетле ҡыҙы Луиза Закирйәнова «Мисс Азия – Себер – 2011» конкурсында 2-се урынды яуланы

Башҡорт ҡыҙы – ул халҡымдың йөҙөк ҡашы,
Серле, төҫөн юймаҫ гүзәл, күҙ ҡамашыр.
Быуындарҙы быуындарға ялғап, төйнәп
Рух ялҡынын дөрләтеүсе саҡматаштыр.
Ф.БӘШИРОВА.
Әле яңы ғына Крас­ноярск ҡалаһында үткән «Мисс Азия – Себер − 2011» конкурсында ҡатнашып, 2-се вице-мисс титулын яулаған башҡорт һылыуҡайы Луиза Закир­йәнова хаҡында әйтелгән кеүек был һүҙҙәр.
Тыуған Башҡортоста­ны­быҙҙың, халҡыбыҙҙың намыҫын яҡлап, был мәртәбәле бәйгелә үҙ көсөн һынап ҡараған һомғол буйлы, оҙон сәсле Мәсетле ҡыҙы Луиза бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының баш­ҡорт филологияһы факультетының IV курсында уҡып йөрөй. Кон­курстан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорап, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.
− Луиза, иң тәүҙә еңеүең менән ысын күңелдән ҡотлайым! Артабан да бары тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
− Рәхмәт!
− Быға тиклем ниндәй бәй­геләр­ҙә ҡатнашҡаның булды?
– Мәктәптә уҡыған сағымда йыл һайын «Һылыуҡай» конкурсы үткәрелә торғайны. Һәр ваҡыт еңеүсе була инем. Тәүгеһе бишенсе синыфта булды (көлә). 2005 йылда район кимәлендә үткәрелгән «Мәсетле һылыуҡайы»нда ҡатнашып, еңеү яуланым. 2010 йылда «Сая ҡыҙҙар» бәйгеһендә номинацияла бүләкләндем. Ә быйыл яҙ университетыбыҙ ойоштор­ған «Мисс педуниверситет» бәйгеһендә 2-се вице-мисс булғайным.
− Ә Красноярск ҡалаһында үткән «Мисс Азия – Себер – 2011» конкурсы хаҡында ҡайҙан ишеттең һәм унда ҡатнашырға кем тәҡдим итте?
− Йәйгеһен интернет селтәрендә бәйләнештә ултырған саҡта, уйламаҫтан ғына «Мисс Азия – Себер – 2011» конкурсының группаһына килеп индем. Элек ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙың фотоларын ҡарап ултыр­ғас, 2007 йылда ошо бәйгелә еңеү яулаған бүрәт ҡыҙы менән танышып, аралашып киттек. Ул хәҙер үҙе был бәйгенең ойоштороусыһы икән. Баш­ҡортос­тандан әлегә тиклем ҡатнашыусылар булманы, әйҙә, үҙ көсөңдө һынап ҡара, тип фотоларымды, тауышым, бейеүем яҙҙырыл­ған видеояҙ­ма­лар­ҙы ебәреүемде һораны. Һәм мин ул ҡушҡанса эшләнем дә. Көҙ унан саҡырыу хаты ки­леп төшкәс, кон­курс­ҡа әҙерлекте башланым.
− Конкурстың үҙе хаҡында ла һөйләп үт әле. Унда нисә кеше ҡатнашты? Ниндәй турҙар аша үтергә тура килде?
− Был бәйгене Красноярск халҡы ассоциацияһы ойошторҙо. Хакасия, Тыва, Бу­ря­тия, Саха, Корея Республи­ка­ла­рынан һәм башҡа төбәктәрҙән һигеҙ төрлө милләттән булған ун өс конкурсант. Мин беренсе номер аҫтында сығыш яһаным. Һәр ҡатнашыусы үҙ халҡының милли кейемдәрен, йырҙарын һәм бейеүҙәрен тәҡдим итте. Миңә курсташым, «Байыҡ − 2010» телевизион-бейеү бәйгеһендә гран-при яулаған Нурсилә Фәх­рет­динова «Һомай­ғош» бейеүен һалырға ярҙам итте. Бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Был бейеү аша башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған нәзәкәтлек, һығылмалыҡ, һылыулыҡты күрһәтә алдым, тип уйлайым. Бейеүҙе ҡурай моңо аҫтында башҡарғас, бик матур килеп сыҡты. Сы­ғышымды көслө алҡыштарға күмделәр. Оҫталыҡты һынап ҡарар өсөн үҙ ҡулдарың менән төрлө материалдарҙан тегелгән һәм биҙәлгән күлдәктә, зауыҡлы киске күлдәктә сығыш яһау, спорт бейеүҙәре һ.б. бәйгеләр ойошторолдо.
− Тыуған илебеҙҙең йөҙөн, намыҫын яҡлап ҡатнаштың. Был мәлдә ниндәй хис-тойғолар кисер­ҙең? ҡурҡыттымы?
− Башҡортостан исеменән сығыш яһағас, бер аҙ тулҡынландым, әлбиттә. Әммә ҡурҡыу хисе бөтөнләй булманы. Ә атай-әсәйем, яҡындарым минең өсөн бик ныҡ борсолдо. Күрәһең, алыҫҡа ки­теүем дә сәбәпсе булғандыр. Бер нисә көнөм юлда үтте бит. Ә мин үҙ-үҙемә ышанам. Әҙерлек тә һәйбәт булғас, уңышлы сығыш яһарымды һиҙҙем һәм тырышлығым бушҡа китмәне тип уйлайым.
− Алдыңа ниндәй маҡсаттар ҡуйып барғайның?
− Ниндәй ярыш, бәйгелә ҡатнаш­һа ла, һәр кеше еңеү яулар­ға тип баралыр инде. Минең дә төп маҡсатым еңеү ине. 2-се урынды яулауыма бик ҡәнәғәтмен.
− Тимәк, конкурста Баш­ҡортос­тандың данын, башҡорт ҡыҙҙарының һылыулығын күрһәтә алдың?
− Әлбиттә. Кейгән милли кейемем, башҡарған бейеүем, ҡурай моңо барыһын да хайран итте. Жюри ағзаларына күстәнәс итеп тәҡдим иткән башҡорт балын да маҡтанылар. Үҙенә генә хас моңға, наҙға эйә булған туған телемдә сәләмләгәс, башҡа халыҡтарҙың да башҡорт теленә битараф булмауын, хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауҙарын күрҙем. ҡайһы берәүҙәрҙең башҡорт телен тәүләп ишетеүе ине. Шуға күрә уларға туған телебеҙ хаҡында мәғлүмәттәр бирергә лә тура килде. Үҙ телем хаҡында ғорурланып һөйләнем.
Миңә күрһәткән ярҙамдары өсөн М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллинға, проректор Венер Шәйәхмәтовҡа, факультетыбыҙ деканы Луиза Сәмситоваға, ми­нең менән Крас­ноярск ҡалаһына барып, һәр ва­ҡыт ярҙам итешеп эргәмдә йөрөгән декандың тәрбиә эштәре бу­йынса урынбаҫары З. Ғи­малетдиноваға һәм факультетыбыҙҙың бөтә студенттарына, дуҫтарыма, яҡындарыма «Йәшлек» гәзите аша рәхмәтемде еткергем килә.
− Красноярск ҡалаһы ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
− Унда бер аҙнанан артыҡ булдым. ҡала бик оҡшаны. Йорт­тарының үҙенсәлекле төҙөлөшө, шулай уҡ ҡаланың экологик яҡтан таҙа булыуы, Енисей йылғаһы һоҡландырҙы. Халыҡтарының бик ҡунаҡсыл булыуына үҙ күҙҙәрем менән күреп инандым. Матур итеп, хөрмәтләп ҡаршы алдылар, матур итеп оҙаттылар. Сит ерҙе маҡта ла, үҙ ереңдә тор, тигәндәй, Красноярскиҙа нисек кенә матур, күңелле булмаһын, барыбер тыуған Башҡортостаным һағындырҙы.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА,
БДПУ студенткаһы
.
Читайте нас: