Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Декабрь 2011, 16:14

Донъя менән мөхәббәт идара итһен!

Барыһы ла мөхәббәттән башланды... Ике яҡты нур ҡауышты ла, йондоҙ булып, бар ғаләмде балҡытты. Уның яҡтылығы алыҫ-алыҫтарға таралып, тағы ла яңы-яңы йондоҙсоҡтарҙы ҡабыҙҙы. ҡыштың тәүге көнөндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ун дүртенсе тапҡыр «Йәш ғаилә – 2011» республика конкурсы үтте. Ул йыһан темаһына арналғайны. Билдәле булыуынса, 2011 йыл космонавтикаға бағышланған.

Донъя менән мөхәббәт идара итһен!
Донъя менән мөхәббәт идара итһен!

Ысынлап та, һәр ғаилә үҙенсә матур, һәләтле. Улар өс төрлө конкурста үҙ асылдарын, милли үҙенсәлектәрен тулыһынса сағылдыра алды.
Балаларҙың сығышын ҡарағас, бар ғаилә­ләр­ҙең тотҡаһы ошондай бәләкәс кенә ҡыҙ-малай­ҙар­ҙа икәнлеген яҡшы аңлайһың.
Гран-приға Исламғоловтар лайыҡ булды. Уларҙың сығышы Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналғайны. Дүрт йәшлек ҡыҙҙары Элина бер тамашасыны ла ғәмһеҙ ҡалдырманы. Ул бейергә бик ярата икән. Ата-әсәләре баланы рухлы, мәҙәниәтле итеп үҫтереүгә күп көс һала.
– Ныҡ тулҡынланһаҡ та, еңеүебеҙгә ышандыҡ, – тип шатлыҡтары менән бүлеште Рәмис Әнүәр улы менән Айгизә Вәлит ҡыҙы. − Беҙ студент саҡта, Өфөлә, Салауат Юлаев һәйкәле янында танышҡайныҡ. Бер аҙ осрашҡас, ғаилә ҡорҙоҡ.
Ғаилә башлығы «Геосервис» ойошмаһында эшләй. Ә Айгизә Вәлит ҡыҙы юридик белемле булһа ла, сәнғәткә ғашиҡ күңеле уны мәҙәниәт өлкәһенә алып килә. Ул – хореография уҡытыу­сыһы. Киләсәк­кә ышаныу, бер-береңде хөрмәт итеү, ишетә белеү, сабырлыҡ – ана шул улар­ҙың ғаиләһенең нигеҙе. «Ә кем йортта хужа?» – тигән һорауға Исламғоловтар бер тауыштан: «Икебеҙ ҙә», – тип яуапланы.
Беренсе урынды Күмертауҙан Ғатауллиндар алды, икенсене Өфө ҡалаһынан уларҙың фамилиялашы Ғатауллиндар һәм Галеталар бүлеште, ә өсөнсөгә Ғәйфуллиндар һәм Аникиндар лайыҡ булды.
Шулай уҡ Исламғоловтар менән Ғәйфуллиндарға «Милли традицияларҙы һаҡлағандары өсөн» махсус призы тапшырылды.
Республикала мөхәббәткә сорналған матур ғаиләләрҙең булыуы ҡыуандыра. Һәр ғаилә – ул ғаләмдәге йондоҙ. Улар ни тиклем күберәк булһа, тирә-яғыбыҙ яҡтыраҡ, нурлыраҡ булыр.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Читайте нас: