Уңыш – һирәктәргә генә йылмая торған төшөнсә. Ғәҙәттә, маҡсатына ирешеүсән сәмселдәр, тырыштар арбаһын үҙ итә торған нәмә ул. Әммә бәхеттең көтмәгәндә һинең ишегеңде лә шаҡыуы ихтимал. Быны үҙ миҫалығыҙҙа иҫбатларға теләһәгеҙ, беҙҙең гәзит үткәргән матур конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ. «Йәшлек»-фараз» конкурсының уҡыусылар араһында популярлығы, халҡыбыҙҙың дәртле-ҡомарлы булыуы бәйгенең дауам итеүен талап итә. Гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы белә: башҡа йылдарҙа ла «Йәшлек» был уйынды үткәреп, уның еңеүселәренә ат, иген, таҡта, ҡиммәтле көнкүреш техникаһы бүләк иткәйне. Ҙур ғына суммала аҡса алып һөйөнгәндәр ҙә булды. Һуңғы бәйгебеҙҙә еңеүсенең йортона барып гәзит коллективы өмәлә ҡатнашты, ауылына барып, билдәле йырсылар ҡатнашлығында концерт ойоштороп та ҡайтты.
«Йәшлек»тән бүләк алғығыҙ килһә, рәхим итегеҙ, дуҫтар! «Йәшлек»-фараз»да ҡатнашыу өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәү мөһим:
– «Йәшлек» гәзитенә 2012 йылдың тәүге яртыһына мотлаҡ яҙылырға кәрәк,
– тәҡдим ителгән буш шаҡмаҡтарға биш һанды – «Йәшлек»кә киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына күпме кеше яҙыласағын фаразлап, тулыһынса исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефон һандарын асыҡ итеп, тултырып яҙып, гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ҡушып, купонды редакцияға ебәрергә кәрәк.
Иҫкәрмә: гәзиткә яҙылмағандар был бәйгелә ҡатнаша алмай.
Кем «Йәшлек» гәзитенең 2012 йылдың тәүге ярты йыллығына тиражын дөрөҫ фаразлай, шулар яратып уҡыған гәзитенән аҡсалата бүләк аласаҡ. Яҡынса тиражды күҙаллағандарҙы ла бүләктәр көтә. Тәүәккәлләгеҙ!
Мөхәрририәт.