Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Сентябрь 2011, 16:20

Үҙен ҡыйыу фекерле ысын журналист итеп танытты

Йылдағыса, быйыл да Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр бик көслө, араларында утыҙ-ҡырҡ йыл журналист йөгөн тартыу­сылар бар. Ошондай «иң-иң»дәр араһынан бары өс кешене һайлап алыу, ай-һай, еңелдән булмаясағы асыҡ.

Үҙен ҡыйыу фекерле ысын журналист итеп танытты
Үҙен ҡыйыу фекерле ысын журналист итеп танытты

Йылдағыса, быйыл да Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр бик көслө, араларында утыҙ-ҡырҡ йыл журналист йөгөн тартыу­сылар бар. Ошондай «иң-иң»дәр араһынан бары өс кешене һайлап алыу, ай-һай, еңелдән булмаясағы асыҡ.
Башҡортостан журналистарының юғары наградаһына дәғүә итеүселәр араһында тележурналист Рита Өмөтбаева ла бар. Эйе, ул йәш, бер генә китап та сығармаған. Ғөмүмән, уның башҡараһы эштәре бихисап. Иманым камил, улары киләсәктә буласаҡ. Бөгөн иһә мин һәм коллегаларымдың күптәре, бергәләп ижад йөгөн тартыусылар, Рита быйылғы премияға иң лайыҡлыларҙың береһе, тип һанайбыҙ. Был тиклем инаныуыбыҙҙың дәлилдәрен һеҙгә лә еткерәбеҙ.
Күптәрегеҙ ағымдағы йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында булған сетерекле хәл тураһында ишетеп беләһегеҙҙер, был ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып барған­һығыҙҙыр. Башҡортостан телевидениеһы өсөн иң ауыр көндәрҙә тик бер нисә кеше генә үҙҙәрен тулы мәғәнәһендә журналист итеп күрһәтте. Тап улар­ҙың тырышлығы менән коллективтағы хәл йәмәғәтселеккә, Президентҡа еткерелде, яңы етәкселектең «эшмәкәрлеге» дөйөм йыйылышта ҡаралды. Һәм бына һөҙөмтә: милли эфир һаҡлап ҡалынды, ауыл халҡы яратҡан тапшырыуҙарын рәхәтләнеп ҡарай. Башҡор­тостан телевидениеһының яҙмышы хәл ителгәндә (был һүҙҙәрҙе яҙырға ҡурҡмайым) журналист Рита Өмөтбаева беренселәрҙән булып ғәҙелһеҙлек һәм баш-баштаҡлыҡҡа ҡаршы сыҡты. Улай ғына ла түгел, коллективты уятыу, йәмәғәтселек менән аралашыу кеүек яуаплы мәлдәрҙе үҙ иңенә һалды. Фекеремде йомғаҡлап, шуны ғына әйтергә теләйем: быйыл Башҡор­тостан журналистары беҙ белгән тарихта беренсе тапҡыр үҙ позицияһы, фекере булыуын күрһәтте. Был аҙым, танырға кәрәк, батырлыҡҡа тиң ине. Ошо көрәштең уртаһында ҡайнаған Рита Өмөтбаеваға беҙ артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ. Уның тапшырыуҙары − ысын мәғәнәһендә халыҡсан тапшырыуҙар. Сөнки коллегабыҙ бөтә күңеле менән яратҡан халҡына, яратҡан телевидениеһына хеҙмәт итә. Һәм был хеҙмәт хөрмәтле комиссия тарафынан да баһаланһын ине.
Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА,
«Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты.


Үҙенсәлекле проекттар, халыҡсан программалар, ток-шоуҙар авторы

Беҙ «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Рита Өмөтбаеваның Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына тәҡдим ителеүен шатланып ҡабул иттек.
Рита Ришат ҡыҙы − Башҡортостан матбуғатында ике тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт итеү осоронда үҙен талантлы журналист, оҫта ойоштороусы булараҡ танытҡан ижади эҙләнеүсән шәхес. Тәүҙә «Башҡортостан» радиоһында, һуңғы ун йылда телевидениела эшләгән осорҙа ул республика халҡын береһенән-береһе матур, йөкмәткеле тапшырыуҙары менән ҡыуандырҙы. Журналистың авторлыҡ эштәренә халыҡ мәнфәғәтен яҡлау, ҡыйыу идеялар күтәреү хас. Рита Өмөтбаева публицистика, интервью жанрында емешле ижад итә. Күңеленә ябай кешенең, ауыл эшсәндәренең хәстәре, проблемаһы яҡын. Оҙаҡ йылдар эфирҙа уңышлы барған «Айгөл иле» публицистик журналында автор республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе геройҙарҙың яҙмышын аса.
Ток-шоу журналистан ҙур оҫталыҡ, тәрән белем талап итә. Был йәһәттән Рита Өмөтбаева «Башҡортостан» телевидениеһы эфирына ток-шоу программаһын алып сығып, үҙен ысын профессионал итеп танытты. Заманында «Аҡ тирәк, күк тирәк» тапшырыуы халыҡтың яратҡан иң популяр тапшырыуҙарының береһе булды. ҡыйыу фекерҙәр­ҙе, көнүҙәк проблемаларҙы күтәргән, ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыу бәхәскә саҡырған «Ысынлап та» ток-шоуы ла талантлы журналист башлан­ғысында эфирға сығып, бөгөн үҙ тамашасыһын тапҡан тапшырыуға әйләнде.
Телевизор ҡараусыларҙың рухи ихтыяжын тойоу − Рита Ришат ҡыҙының ижадына хас үҙенсәлек. Уникаль проекттар авторы «Байыҡ» телевизион конкурсы аша бейеү сәнғәтен артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү, аҫыл бейеү өлгөләрен халыҡҡа ҡайтарыу, мәңгеләштереү ниәтендә илһамланып ижад итә. Телевизион бейеү конкурсы республикала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә киң танылыуы менән мәртәбәле. Күптән түгел Рита Өмөтбаева башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында сираттағы проектын тәҡдим итте. «Башҡорт йыры» телевизион йыр конкурсының да «Байыҡ» кеүек киң офоҡтарҙы иңләйәсәгенә өмөтөбөҙ ҙур.
Рита Ришат ҡыҙы – бөгөн башҡорт журналистикаһының үҫешенә тос өлөш индереүсе талантлы журналистарҙың береһе. Уның хеҙмәте Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге абруйлы премияға лайыҡ, тип һанайбыҙ.

Радмир БӘҘРЕТДИНОВ,
Башҡортостандың халыҡ артисы;
Рәшиҙә ТУЙСИНА,
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы,
Ғ. Сәләм, С. Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты;
Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ,
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, профессор;
Наилә СӘФӘРҒОЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
Йәмилә БИКБАЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы.
Читайте нас: