Тәбиғәттең төҫтәргә бай мәлендә, сентябрь айында, Ғафури районының Ташбүкән ауылында донъяға килгәнмен. Әлеге көндә Красноусол башҡорт гимназияһының 10-сы синыфында уҡып йөрөйөм. Йырларға, бейергә яратам. Шиғырҙар яҙам. Яҡташыбыҙ Гөлнур Яҡупова призына “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһендә ҡатнашып –1-се урын, Өфө ҡалаһында үткән башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала 3-сө урынды яуланым.
Шиғриәткә һөйөүем хозур тәбиғәтле тыуған ауылымдан, ғәзиз әсәйемдән һәм ҡәҙерле уҡытыусыларымдан киләлер тип уйлайым.