Аҡ халатлылар араһында сәнғәтте яратыусылар ҙа бихисап
Учалы ҡалаһында үткәрелгән «МедЛеди – 2011» республика конкурсында Башҡортостан шифаханаларында хеҙмәт иткән үҙ эшенең оҫталары – шәфҡәт туташтары ҡатнашты. Бәйгене Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының шифахана-профилакторийына 40 йыл тулыу уңайынан БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм комбинат ойошторҙо.
Күңелле, сағыу конкурста бәйгеселәр үҙҙәренең һөнәри һәләттәрен түгел, ә тәү сиратта ижади мөмкинлектәрен асты. Улар үҙҙәре һәм шифаханалары тураһында шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләне, хет бөгөндән үк йә Асыға ял итергә сығып кит, йә Талҡаҫҡа һаулығыңды нығытырға бар, бик тә булмаһа, улыңа (ҡыҙыңа) тиҙ генә «Салют»ҡа путевка эҙлә... Шәфҡәт туташтары йырлап та күрһәтте, бейене лә, шиғыр ҙа ятланы. Пациенттарҙы һауыҡтырыуға ҙур өлөш индереп, улар алдында ла шулай йырлап-бейеп кенә тораларҙыр, моғайын. Сөнки һәр береһе изге һүҙҙең, йылы мөнәсәбәттең оло әһәмиәте хаҡында ла йыш фекер йөрөттө. Тумһайып, йәне көйөп йөрөгән аҡ халатлы ханымға ҡарағанда сирлегә йылмайып-көлөп кенә укол ҡаҙаған, массаж яһаған, дауалау гимнастикаһын эшләткән фәрештә-шәфҡәт туташы, һис бер һүҙһеҙ, мең артыҡ! Жюриға ун ҡатнашыусы араһынан «иң-иң»дәрҙе һайлап алыуы еңелдән булмағандыр, шулай ҙа оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң Асҡын районынан Нәисә Яҡуповаға «МедЛеди-оригиналлек» («Танып» шифаханаһы), «Йоматау»ҙан Марина Сухареваға «МедЛеди-талант», Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының санаторий-профилакторийында эшләүсе Эльвира Бүләковаға «МедЛеди-һоҡланыу» исемдәрен тапшырҙы. «МедЛеди – 2011» титулын иһә «Асы» шифаханаһы хеҙмәткәре Эльза Күсәрбаева яуланы. Көтөлмәгән шатлыҡтан илап ебәргән еңеүсе, минең уңышым – бөтә коллективтың ҡаҙанышы, тип коллегаларына, конкурсҡа әҙерләнергә ярҙам иткән Рәис Низаметдиновҡа рәхмәтен белдерҙе:
– Миңә бағлаған ышаныстарын бер үҙем бер нисек тә аҡлай алмаҫ инем, күмәкләгән – яу ҡайтарған!
Дауалау физкультураһы кабинеты инструкторын еңеү менән шифахананың баш табибы Буранбай Ямалов та, көйәрмәндәре лә ихлас ҡотланы, уға артабан да эшендә тик уңыштар теләне: «Тырыш, һин булдырырһың!».
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡиммәтле приздарға лайыҡ булды, был йәһәттән ҡәнәғәтһеҙлек сырайы байрамды боҙманы. «Талҡаҫ» шифаханаһының шәфҡәт туташы Зифа Мусинаға иһә «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы директоры өҫтәмә рәүештә үҙҙәренең махсус призын – ноутбук тапшырҙы.
Б. ШӘРИПОВА.