Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Апрель 2011, 17:47

Бәйгеләрҙә сапҡан ат кеүек

Яҙыусыларҙың оло йыйынында гәзитебеҙ иғлан иткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үттеБашҡортостан яҙыусыларының XV съезы Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы еңеүселәре өсөн икеләтә әһәмиәтле һәм иҫтәлекле булды. Бар яҙыусылар алдында, Сәғит Агиш, Рәшит Солтангәрәев, Шакир Янбаев, Ноғман Мусин кеүек шәп хикәйәсе тип нарыҡлап, бүләк тапшырһындар әле – һәр ижадсыға тәтер бәхет түгел был.

Бәйгеләрҙә сапҡан ат кеүек
Бәйгеләрҙә сапҡан ат кеүек
Яҙыусыларҙың оло йыйынында гәзитебеҙ иғлан иткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтте
Сибай ҡалаһынан килгән Рәмилә Торомтаева ике йыл элек үткән тәүге хикәйәләр конкурсында ла ҡатнашып, лауреат булғайны. Был юлы ул икенсе урын алды. Бәйгенең жюри рәйесе, күренекле прозаик Әмир Әминев, киләсәктә Рәмиләнең әҫәр­ҙәре прозабыҙҙың бер биҙәге буласаҡ, уға беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, тине. Ҙур баһа был. Рәмилә лә ағайҙарының ышанысын аҡлар, моғайын, үҙе лә, хәҙер әҙәбиәттән мине бер ни ҙә айыра алмаҫ, ахыры, тип йылмая.
Гөлдәр менән Рәмиләгә Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. Нәшриәттең директоры Зөфәр Тимербулатов еңеүселәрҙе ҡотлап ҡына ҡалманы, ә һөйөнөслө хәбәрен дә еткерҙе:
– Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләһәк, бындай конкурстарға ла әһәмиәт бирергә тейешбеҙ. Бик һәйбәт хикәйәләр баҫылды «Йәшлек»тә, ә нишләп беҙ еңеүселәрҙең егермеләп уҡымлы хикәйәһен бергә йыйып, китап итеп сығармайбыҙ әле?! Беҙҙең халыҡ хикәйә уҡырға ярата һәм был йыйынтыҡ уларҙың көтөп алған китабына әйләнәсәк.
Уйлаһаң, хайран ҡалырлыҡ шәп идея. Әле китап әҙерләнә. Ике тапҡыр үткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсында йәмғеһе йөҙҙән ашыу хикәйә ҡатнашып, шуларҙың 76-һы «Йәшлек» гәзите биттәрендә донъя күрҙе. Оло хазина бит. Был байлыҡтың ынйылары уҡыусыларға китап булып барып етһә, тағы ла шатлыҡ, тағы ла әҙәбиәтебеҙ киләсәге хаҡында хәстәрлек тә баһа.
Өсөнсө урынға лайыҡ булыусы Рәсүл Сәғитов, Дилбәр Булатова һәм Заһит Мурсиев «Йәшлек» әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәрҙе алып һөйөндө.
– Йөрәккә ижад уты бер тоҡанһа, һүнмәй­ҙер инде. Ул ут беҙҙең йыуаныс та, ғазап та хәҙер, – Рәсүлдең һүҙҙәре был. Хаҡ һүҙҙәр. Өҫтәп шуны ғына әйтәһе: заман бурандары ла, күбәләктең ҡанат елпеүе лә дөрләтә ала был утты. Ижад ҡорос рухлы ла, нескә күңелле лә була ала шул.

Мөнир ҡУНАФИН.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Читайте нас: