-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Апрель 2011, 14:49

«Бөтәһе лә һинең ҡулда»

Беҙ ауырыуҙарҙы бары тик дарыу­ҙар менән генә дауаларға күнеккәнбеҙ. Баш ауыртһа ла, аяҡтар һыҙлаһа ла, бил өҙөлһә лә, әлеге шул дарыу­ҙарға йәбешәбеҙ. Ауыртыуҙы баҫмай түгел, баҫа улар. Шул тиклем химик матдәләр ҡушып яһалғас, баҫмай ҡайҙа барһын. Тик аннотацияһындағы өҫтәмә йоғонтолар (побочные эффекты) тигән графаһына күҙ һалыуы ғына ҡурҡыныс. Бер ауырыуҙы дауалайым тип, йөҙ яңыһына юлығып ҡуймағайың. «Нимәгә дарыуҙарҙы хурлап ултыра әле, әйтерһең, һауығыуҙың бүтән юлы бар?» – тиерһегеҙ. Бар. Һәм шул юлдарҙың береһе – массаж. Ә уның ниндәйе генә юҡ. Беҙ массажды арҡа, бил ауыртҡанда ғына ярҙам итә алған сара тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Баҡтиһәң, уның ярҙамында тире ауырыуҙарын, йөрәк сирҙәрен, тын алыу, нервы, эндокрин системалары ауырыуҙарын, енси ауырыуҙарҙы ла дауалап була икән. Әлбиттә, эшкә профессионалдар тотонһа ғына.

«Бөтәһе лә һинең ҡулда»
Беҙ ауырыуҙарҙы бары тик дарыу­ҙар менән генә дауаларға күнеккәнбеҙ. Баш ауыртһа ла, аяҡтар һыҙлаһа ла, бил өҙөлһә лә, әлеге шул дарыу­ҙарға йәбешәбеҙ. Ауыртыуҙы баҫмай түгел, баҫа улар. Шул тиклем химик матдәләр ҡушып яһалғас, баҫмай ҡайҙа барһын. Тик аннотацияһындағы өҫтәмә йоғонтолар (побочные эффекты) тигән графаһына күҙ һалыуы ғына ҡурҡыныс. Бер ауырыуҙы дауалайым тип, йөҙ яңыһына юлығып ҡуймағайың.
«Нимәгә дарыуҙарҙы хурлап ултыра әле, әйтерһең, һауығыуҙың бүтән юлы бар?» – тиерһегеҙ. Бар. Һәм шул юлдарҙың береһе – массаж. Ә уның ниндәйе генә юҡ. Беҙ массажды арҡа, бил ауыртҡанда ғына ярҙам итә алған сара тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Баҡтиһәң, уның ярҙамында тире ауырыуҙарын, йөрәк сирҙәрен, тын алыу, нервы, эндокрин системалары ауырыуҙарын, енси ауырыуҙарҙы ла дауалап була икән. Әлбиттә, эшкә профессионалдар тотонһа ғына.
Ошо көндәрҙә республиканың массаж буйынса ысын белгестәрен асыҡлау өсөн студенттар араһында «Бөтәһе лә һинең ҡулда» тип аталған массаж конкурсы ойошторолдо. Ул быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Тап ошонда йыйыла ла инде буласаҡ профессионалдар. Респуб­ликаның төрлө мөйөштәрендә уҡып йөрөүсе студенттар, шул иҫәптән медицина дәрестәре уҡытылған махсус мәктәп уҡыусылары ла бында үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Әммә мәртәбәле республика конкурсына эләгеү өсөн тәүге тур һынауҙарын лайыҡлы үтеү мотлаҡ. Ә беренсе этап – бәйгеселәр­ҙең теоретик белемдәрен баһалау һәм классик массажды яһай белеүҙәрен күрһәтеү. Финалға 30 ҡатнашыу­сы үтте. Әгәр финал шул тиклем күп кешене йыя икән, тимәк, был кон­курс­тың, шул иҫәптән массаж сәнғәтенең үҫә барыуы тураһында һөйләй. Сәнғәт, тип әйтеүем юҡҡа түгел. Сөнки был эш, ысынлап та, ижади ҡараш талап итә. Һәр кеше менән айырым эшләй белергә, ниндәйҙер методикаға таянырға, ниндәй массаж төрөнөң пациентҡа нығыраҡ тура килеүен тойоп, һәр бер кешегә үҙенә күрә айырым программа төҙөргә кәрәк.
Конкурсты БР Массаж яһаусылар ассоциацияһы ойошторҙо. Был ойошма, бер нисә йыл элек кенә үҙ эшен башлауға ҡарамаҫтан, сәләмәт тормошто пропагандалау, массажға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уны үҫтереү буйынса күп эш башҡарған. Өсөнсө тапҡыр республика конкурсы үткәреүҙәре лә күп нәмә тураһында һөйләй. Әйткәндәй, ассоциация етәкселәренең үҙ эштәрендә шәп белгестәр икәне күренеп тора. Конкурс барған мәлдә ассоциация президенты Әнүәр Хантимеров һәр конкурсанттың эшенә баһа биреп, тамашасыларға аңлатып, теге йә был массаж төрөнөң серҙәрен асып йөрөнө. Финал бер генә конкурстан тора ине. Унда һәр ҡатнашыусы үҙенең методикаһын күрһәтергә бурыслы. Бишәр кешенән торған алты төркөмгә бүленеп, конкурсанттар моделдәргә ун бишәр минут массаж яһаны. Оҫталыҡтарын нисек кенә күрһәтмәне улар – бал менән дә, май менән дә һыланылар, массаждың төрлө йүнәлештәрен дә күрһәттеләр. Берәүҙәр тырышып массаж яһаған, икенселәр тулҡынланып үҙ сиратын көткән мәлдә Бәләбәйҙән килгән конкурсанттар – Алмас Аҡтуғанов һәм Олеся Скирда менән әңгәмәләшеп алдым. Уларға, Бәләбәй медицина колледжының иң һәйбәт студенттары булараҡ, республика конкурсында ҡатнашып ҡарарға тәҡдим иткәндәр. 5-се курста уҡып йөрөүсе студенттар шатланып ризалашҡан. Ярайһы уҡ тәжрибәләре лә бар. Колледжда һуңғы курста программа буйынса массаж дәрестәре инә икән. Әммә дәрестә үтелгән менән генә хушһынмай, махсус курс­ҡа йөрөп тә өйрәнә улар массаж серҙәрен. Ә массаж бит йәнең теләгәнсә һылап-һыйпау ғына түгел, үҙенең методикалары бар. Ауырыуҙың һыҙланыуҙарын баҫыу өсөн ҡайһы нөктәләргә массаж эшләргә икәнен һәйбәт белергә кәрәк. Шулай уҡ бөтөнләй массаж ярамаған кешеләр ҙә була. Ярҙам итәм тип, зыян ҡылып ҡуйырға ла ярамай. Киләсәктә эштәрен массаж менән бәйләргә теләгән Олеся менән Алмас быны һәйбәт аңлай. Улар конкурсҡа мануаль терапия элементтары менән классик массаж программаһы әҙерләп алып килгәйне.
Медицина өлкәһендә хеҙмәт итеүсе, массаж эшен һәйбәт аңлаған баһалама ағзалары төрлө критерий­ҙарға таянып массаж яһаусыларға билдәләр ҡуйҙы. Залға йыйылған тамашасылар араһында төрлө санаторий етәкселәре лә бар ине. Шуға ла конкурста еңеп сығыу кем өсөндөр эшкә урынлашыу мөмкинлеген дә асты.
Шулай итеп, конкурс аҙағына ла яҡынлашты. Бөрө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Белорет, Өфө бәйгеселәре үҙҙәрен тик һәйбәт яҡтан ғына күрһәтте. Әммә еңеү­селәр­һеҙ ҙә булмай – еңеүсе исеме Тимур Вәлиевҡа эләкте. Икенсе урынды Айнур Закирйәнов менән Тимур Ғиләжев бүлеште. Өсөнсө урынды иһә Эльвина Бәширова менән Нәсим Хоҙайғолов алды. Уларға ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Бәйге тамамланды, әммә конкурсанттарҙың еңеүҙәре алда әле, туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтылып, үҙ өҫтәрендә эшләүҙә.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.