-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Март 2011, 12:54

Теле барҙың – иле бар

1. Түбәндәге юлдарҙың авторы...Көйөндөрә, һөйөндөрә һәр һүҙ,Һәр һүҙ ала минең йоҡоно.Уны әйткән елдәй үтеп китә,Тик күңелдә ҡала тулҡыны.

1. Түбәндәге юлдарҙың авторы...
Көйөндөрә, һөйөндөрә
һәр һүҙ,
Һәр һүҙ ала минең
йоҡоно.
Уны әйткән елдәй үтеп
китә,
Тик күңелдә ҡала
тулҡыны.
а/ Мостай Кәрим,
б/ Назар Нәжми,
в/ Рәми Ғарипов,
г/ Әсхәл Әхмәт-Хужа.

2. Грек «һөт»өнән барлыҡҡа килгән космик һүҙ.
а/ Галактика,
б/ Волопас,
в/ Альдебаран,
г/ Плеяды.

3. Швейцарияла почта маркаларына яҙыу өсөн ҡулланылған тел.
а/ немец,
б/ итальян,
в/ француз,
г/ латин.

4. Бик тиҙ әҙерләнгәне өсөн уны француздар «йәшен» тип атаған.
а/ шарникан,
б/ эклер,
в/ жюльен,
г/ фондю.

5. «Һинд еләге»
а/ баклажан,
б/ патиссон,
в/ манго,
г/ авокадо.
6. «Алкоголь» һүҙе ҡайһы телдә барлыҡҡа килгән?
а/ итальян,
б/ испан,
в/ грек,
г/ ғәрәп.

7. Был бөйөк шахматсы алты телдә иркен һөйләшкән.
а/ Алехин,
б/ Капабланка,
в/ Ласкер,
г/ Рети.

8. Был Нобель премияһы лауреаты әҫәрен үҙ телен­дә сит ил разведкаһы ярҙамында нәшер иткән.
а/ Пастернак,
б/ Шолохов,
в/ Бунин,
г/ Бродский.

9. Мысыр фирғәүене Хуфуны гректар /.../ тип йөрөткән.
а/ Рамзес,
б/ Хеопс,
в/ Имхотеп,
г/ Тутмос.

10. ҡасандыр Төркиә флотында рәсми тел булып һаналған тел.
а/ грек,
б/ итальян,
в/ ғәрәп.

11. Итальян телендә «себен» тип йөрөтөлгән баш ҡала.
а/ Мәскәү,
б/ Берлин,
в/ Берн,
г/ Тирана.

12. Урындағы халыҡтар телендә «ғүмер ағасы», «күк ағасы», «муллыҡ ағасы» тип йөрөтөлә.
а) бамбук,
б) баобаб,
в) кокос,
г) банан.
13. «Һорауға һорау менән яуап бирергә буламы?» тигән мәсьәләне ҡарап, «Нишләп булмаһын?» тигән ҡарар сығарған парламент.
а) бундестаг,
б) кнессет,
в) альтинг,
г) сейм.
14. «Какой красивый русский язык – все преимущества немецкого без его ужасной грубости», – тип әйткән немец.
а) Иоганн Вольфганг Гете,
б) Генрих Гейне,
в) Фридрих Энгельс,
г) Иммануил Кант.
15. Көмөшкәне «хәйләле һыу» тип атаған халыҡ.
а) ҡырғыҙ,
б) ҡытай,
в) монгол,
г) чукча.
16. Уның тураһында ХХ быуат башында гәзиттәр «уны ашау сүп биҙрәһенән ашауға тиң» тип яҙған.
а) гамбургер,
б) сосиска,
в) шешлек,
г) тәлмәрйен.

Илдар Ғәбитов төҙөнө.