-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Март 2011, 15:21

КВН яңы исемдәр асты

һуңғы осорҙа республикала КВН-да ҡатнашырға теләгән командаларҙың артыуы һөйөндөрә. Быйылғы ярыштарҙа 35 команда ҡатнашыр­ға теләк белдереп, ғариза яҙған. Уларҙың тик ун туғыҙы ғына Асыҡ телевизион лиганы асыу фестиваленә үткән. Нефтекама, Белорет, Ишембай, Октябрь­ский, Учалы, Салауат, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Борай һәм Баҡалы райондарынан килгән командалар Конгресс-холда үткән конкурсҡа иң шәп көләмәстәрен әҙерләп алып килгәйне.

Әлбиттә, сәхнәгә яңы сыҡҡан йәш командалар­ҙың етешһеҙлектәре лә юҡ түгел. Әммә тырышҡандары күренеп тора: йырлаһындармы, өҙҙөрөп бейеһендәрме, афарин, тип әйтергә генә ҡала. Тап ошонда әллә күпме яңы талантты күрергә була. Башҡорт дәүләт университетының үҙ Мед­ведевы булһынмы ул (тауышы Президентыбыҙҙыҡынан һис айырырлыҡ түгел), йә ҡурсаҡ театрымы – тамашасы иҫе китеп ҡарап ултырҙы. Ысын ҡурсаҡ булып уйнаусы Рәүил Бәҙретдинов «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһына лайыҡ булды. Ә татар каратэһы тамашасыға ла, баһалама ағзаларына ла бик ныҡ оҡшаны. Ул «Иң яҡшы уйын мәле» тип табылды. КВН-дың 50 йыллыҡ юбилейын ҡаршылап, Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты сәхнәгә 50 ҡыҙын алып сыҡты. Уларҙың дәртле бейеүе айы­рыу­са егеттәрҙең күңеленә хуш килде. Борай районының «Сельсовет» командаһын «Фес­ти­валь асышы» тип иғлан иттеләр. Уларҙың юморы ла бик үҙенсәлекле ине.
Ярышта 19 команда ҡатнашҡанлыҡтан, бер генә конкурс булды. Бер нисә минут эсендә генә, бәлки, тулыһынса асылып та бөтөп булмайҙыр, әммә лайыҡлылар еңеүселәр исемлегендә үҙ урынын тапты. Иң һәйбәт көләмәс тип «Неадекватный квартет» командаһының көләмәсен билдәләнеләр. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»нә был юлы бер генә кешене атаманылар, ә «Яблочный фреш» командаһы ҡыҙҙарының берҙәмлеген билдәләп, уларға диплом тапшыр­ҙылар.
Ә еңеүселәр тажын, ғәҙәттәгесә, өс команда кейҙе. Өсөнсө урынды Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат ҡалаһындағы филиалынан килгән команда алды. Өфө юридик институтының «Ацетон» командаһы икенсе урын­ға лайыҡ булды. Ә гран-при Өфө дәүләт нефть техник университеты йыйылма командаһына эләкте.
КВН-ға килеүселәрҙең барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралышты. «Йәштәргә юл асып» тигән тема аҫтында уҙған фестиваль тамашасы өсөн, ысынлап та, яңы исемдәр асты. Был улар­ҙың һуңғы уңыштары түгелдер, тип ышанайыҡ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Самат ҡОТЛОЕВ фотоһы.