Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Февраль 2011, 18:52

Ҡыштың иң һалҡын көнөндә «Йәшлек»тәр быйылғы уңышҡа нигеҙ һалды

«Йәшлек»-фараз» конкурсында абсолют еңеүсе Рафаил ағай Ишһаринды ҡотларға барҙыҡБыймалар кейҙергән юл Үткән аҙнаның башында уҡ шәмбе, йәкшәмбелә ҡыш үҙенең асыуын күрһәтәсәген, сатнама һыуыҡ буласағын белеп, был ял көндәрендә өйҙә генә ултырырға ниәтләгәйнек. Тик журналисты аяҡтары ашатыуы билдәле бит инде. Эшебеҙ шул – 40 градус тирәһенә етеп килгән һалҡын көндә бөтөн редакция коллективы менән Стәрлебаш районына командировкаға йүнәлдек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, йүнле хужа этен дә тышҡа сығармаҫлыҡ бер көн ине ул. Шулай ҙа күңел таңдан алып күтәренке булды, ни тиһәң дә, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫына, 2011 йылдың тәүге ярты йыллығына тиражды теп-теүәл билдәләп, «Йәшлек»-фараз» уйынында еңеп сыҡҡан Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында йәшәүсе Рафаил Ишһаринға вәғәҙә иткән бүләкте тапшырырға ниәт. Абсолют еңеүсегә тәғәйен бүләк шул – редакция коллективы хужаның йортона барып, бер көн буйы хужалыҡ эштәрен башҡарырға ярҙам итә.

Ҡыштың иң һалҡын көнөндә «Йәшлек»тәр быйылғы уңышҡа нигеҙ һалды
Ҡыштың иң һалҡын көнөндә «Йәшлек»тәр быйылғы уңышҡа нигеҙ һалды
Читайте нас: