-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Февраль 2011, 13:56

Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..

1. Шағирҙың ысын исеме...а/ Рауилб/ Рәмилв/ Рәмзилг/ Рамазан

1. Шағирҙың ысын исеме...
а/ Рауил
б/ Рәмил
в/ Рәмзил
г/ Рамазан

2. Әсәһенең исеме...
а/ Гөлнәзирә
б/ Гөлмәрйәм
в/ Гөлбәҙәр
г/ Гөлзифа

3. Буласаҡ шағирҙың тыуған ауылындағы ҡушаматы
а/ ҡырмыҫҡа
б/ ҡорт /бал ҡорто/
в/ Үгеҙ
г/ Әтәс

4. Көндәлек яҙа башлаған көнө...
а/ 1945 йылдың 9 майы
б/ 1947 йылдың 7 ноябре
в/ 1946 йылдың 5 апреле
г/ 1944 йылдың 1 сентябре

5. Өфөлә интернаттағы ҡушаматы...
а/ Бабай
б/ Салауат /Юлаев/
в/ Арҡауыл
г/ Йоҙроҡ

6. Рус әҙәбиәтендәге оҡшарға тырышҡан геройы...
а/ Базаров
б/ Данко
в/ Рахметов
г/ Печорин

7. ҡыҙы Гөлнар «пепельница» һүҙен /.../ тип башҡортсаға тәржемә иткән
а/ Көлдөксә
б/ Тәмәкениса
в/ Көлниса
г/ Төпсөксә

8. «(...) ярһыу күңелле. Киң ҡоласлы, трибун шағир булырға вәғәҙә итә» (1965 йыл)
а) Тимер Йосопов
б) Әсхәл Әхмәтҡужин
в) Рафаэль Сафин

9. «Ер аҫты ҡыҙына» шиғыры нимәгә арналған?
а) шахта
б) метро
в) архив

10. Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты баҡсаһына Башҡортос­тандан алып килеп ултыртҡан ағасы...
а) ҡайын
б) ҡарағай
в) имән
г) шыршы

11. «Аманат» ҡобайыры уның ҡәберенә бер ус тупрағым...»
а) Жәлил Кейекбаев
б) Рәшит Ниғмәти
в) Мәжит Ғафури

12. Түбәндәге юлдар кем тураһында? «Һылыу һыны боронғо гректарҙы ла һоҡландырырлыҡ. (...) иң оҫта художниктың бөтә илһамын биреп эшләгән, ғүмер буйы ижад иткән картинаһы кеүек»
а) Гөлли Мөбәрәкова
б) Зинира Атнабаева
в) Роза Кәримова
г) Асия Нафиҡова

13. Беҙ йырлайбыҙ туған
телде,
Өҙөлгән өмөттәрҙе...
Күрһә ине Туҡай үҙе
Бөркөттәй егеттәрҙе!..
Был компанияла кем булмаған?
а) Әсхәл
б) Тимер
в) Рафаэль
г) Рауил.

Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.

«Йәшлек»тең электрон адресына дөрөҫ яуаптар­ҙы беренсе булып ебәргән уҡыу­сыны бүләк көтә.