«Йәшлек»кә реклама» конкурсын тамамлап, унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Гәзитебеҙҙең «Йәшлек» исеме аҫтында сыға башлауына егерме йыл тулыу айҡанлы ойошторолған конкурсты уҡыусыларыбыҙ тәүге көндәрҙән үк дәррәү күтәреп алды.
Яратҡан баҫмаһына берәүҙәр – таҡмаҡ, шиғыр, икенселәр – йыр, өсөнсөләр ҡул эше аша һөйөүен белдерҙе. Әйтәйек, Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Фәниә Фәйзуллинаның «Рух көсө ул – «Йәшлек» исемле шиғыры гәзитебеҙҙең тарихын асып һала, абруйын күтәрә. Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик ҡыҙрасов значок уйлап табып, уның бер нисә варианттағы эскиздарын һалып ебәргән, «Йәшлек»тең логотибы төшөрөлгән футболкаға биҙәктәр өҫтәргә лә теләге бар авторҙың. Шулай уҡ Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылынан Сәғиҙә Ғазинаға ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул ҡамыр эсенә яратҡан баҫмаһын һалып, хатта торт бешереп ҡараған, шиғыр ҙа яҙған. Шиғыры матур. Ә бына тәҡдим иткән рецебы буйынса тортты бешереп ҡарағас та, тәмлеме, юҡмы икәнлеген белербеҙ. Һәр хәлдә, идеяһы ҡыҙыҡ. Афарин!
Архангел районының Муллаҡай ауылынан Зәлифә Фәйзуллина беренселәрҙән булып яратҡан баҫмаһына арналған гимнын тәҡдим итһә, Белорет районының Берештамаҡ ауылынан Рәйхана Әминева сигелгән таҫтамалы менән хайран итте. Иң әүҙем авторыбыҙ Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Йәғәфәр Йәнәлин булып сыҡты. «Йөҙ йыл йәшәһен «Йәшлек»!» тип, «й» хәрефе аша гәзитебеҙҙең әһәмиәтен, йөкмәткеһен асыуы бик үҙенсәлекле булһа, «Йәшлек» – тормош яҙы!» тип исемләнгән йыры һәм уның ноталары ла беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Әйткәндәй, «й» хәрефенә яҙылған хаттар икәү ине. Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Миңзилә Фәхретдинова ла үҙенең хат юлдарына бай фантазияһын ошо хәреф аша һалған. Ә инде ҡайһы бер шиғырҙар, бер-береһенә оҡшаш булғанлыҡтан, баҫылманы.
Шулай итеп, мөхәрририәт тарафынан конкурстың еңеүсеһе тип бер тауыштан (50-се (Ш) һан, 28 декабрь, 2010 йыл) Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты табылды. ҡаҙмаш ауылы аша үткән юлға «Йәшлек»кә ҙур реклама баннеры элеүселәргә беҙҙән, вәғәҙә ителгәнсә, төҫлө телевизор! Икенсе урын – Бөрйән районының Килдеғол мәктәбенә (34-се (Ш) һан, 30 октябрь, 2010 йыл), беҙҙән – принтер. Үҙҙәренең мәктәп ихатаһындағы тауға таштарҙан «Йәшлек» – хәтәр шәп гәзит!» тип яҙыу менән бер рәттән, бәләкәй анимация ла эшләгәндәр, фото менән ролик та ебәргәндәр. Ә Белорет районының Берештамаҡ ауылынан күҙ нурҙарын түгеп, «Йәшлек» – халыҡ гәзите! Алдыр, уҡы, «Йәшлек»те» тип матур һәм ҙу-ур таҫтамал сиккән Рәйхана Әминева менән Баймаҡ районының Йомаш ауылынан әүҙем авторыбыҙ Йәғәфәр Йәнәлинды (1-се һан, 8 ғинуар, 2011 йыл) өсөнсө урын еңеүселәре тип билдәләнек. Өсөнсө урынға лайыҡ еңеүселәребеҙгә лә редакцияның иҫтәлекле бүләктәре инселәнгән. Ә инде Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылынан Сәғиҙә Ғазинаға, Тәтешле районының Аҡсәйет ауылынан Фидәрис Кашаповҡа, Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик ҡыҙрасовҡа гәзитебеҙҙең логотибы төшөрөлгән ручка, блокноттар ебәреләсәк. ҡотлайбыҙ!
Мөхәрририәт.