-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Декабрь 2010, 16:44

Бүләктәр эйәһен тапты...

Гәзитебеҙҙең 20 йыллыҡ юбилейына арналған сканвордҡа бөтәһе 43 яуап алдыҡ. Бөтә яуаптар ҙа дөрөҫ, тип әйтһәк тә була (бер генә кеше яуапты яҙырға онотҡан). Яуаптарҙың күпселеген гүзәл заттар ебәргән (33 кеше). Төбәктәргә килгәндә, Әбйәлилдән – 9, Күгәрсен һәм Бөрйәндән – 5, Баймаҡтан – 3, Ейәнсура, Йылайыр, Белорет, Салауат һәм Мәсетленән – 2-шәр, Мәләүез, Ишембай, Ғафури, Хәйбулла, Архангел, Нуриман, Стәрлебаш, Федоровка, Илеш, ҡыйғы райондарынан, Күмертауҙан берәр кеше ебәргән. Йомаҡтың яуабына килгәндә, варианттар күп: сәғәт, ваҡыт, юл, йылға, йәшлек, ел, күләгә, уй, гәзит. Был яуаптарҙың барыһын да дөрөҫ тип ҡабул итергә була. «Башҡорт йомаҡтары» китабында дөрөҫ яуап – сәғәт.

Алған хаттар араһында Илдар Ғәбитовтың күңеленә түбәндәге юлдар ятты: «Мин атеросклероз менән ауырыйым. Шуны көсәйтмәҫ өсөн сканвордтар сисеү менән мауығам. Ошо шөғөл әҙ булһа ла баш ауырыуына еңеллек килтерә кеүек. Яңы йылда гәзитте күңелле, бай, мауыҡтырғыс сығарыуығыҙҙы теләп ҡалам».
ҡасандыр «Йәшлек»тә эшләп, бөгөн республикабыҙҙың төрлө баҫмаларын етәкләүсе баш мөхәррирҙәр түбәндәге еңеүселәрҙе бүләкләйәсәк: Әбйәлил районының Күсем руднигынан Нәсимә Сәләхованы – Тамара Юлдашева («Аҡбуҙат» журналы), Бөрйән районының Мораҙым ауылынан Таңатар Аҫылғужинды – Сәлмән Ярмуллин («Аманат» журналы), Ейәнсура районының Сирғол ауылынан Сәлим Юлдашбаевты – Йомабикә Ильясова («Башҡортостан ҡыҙы»), Баймаҡ райо­нының Ишмөхәмәт ауылынан Гөлнур Байгилдинаны – Салауат Әбүзәров («Һәнәк» журналы), Илеш районының Ишҡар ауылынан Илдар Йосоповты – Рәүфә Рәхимова («КП в Уфе» гәзите), Стәрлебаш районының Табылды ауылынан Флүрә Вахитованы – Артур Дәүләтбәков («Йәшлек» гәзите), Салауат районының Илсекәй ауылынан Рифат Мирхәйҙәровты – Ғималетдин Яруллин («Сельские узоры» журналы), Нуриман районының Яңы Күл ауылынан Мәрйәм Вәлитованы – Салауат Кәримов («Башҡортостан уҡытыу­сыһы»), ҡыйғы районының Йосоп ауылынан Фәнүзә Солтанованы – Азамат Юлдашбаев («Шоңҡар» журналы). Бынан тыш, Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Азат Мәжитов, Кейекбай ауылынан Ғәфүр Сафин, Әбйәлил районының Исхаҡ ауылынан Гөлниса Солтанова, Асҡар ауылынан Гөлнара Ишҡолова, Мәфтуха Вәлиуллина, Иҫке Балапан ауылынан Йәүрә Хәйбуллина, Хәлил ауылынан Йомабикә Хәйбуллина, Күгәрсен райо­нының Сирбай ауылынан Зөлфиә Хөснөтдинова, Юлдыбай ауылынан Искәндәр Әминев, Айһай-Мөрсәләй ауылы мәктәбе, Белорет районының Манышты ауылынан Нурулла Миһранов һәм Күмертауҙан Әлфиә Рәжәпова почта аша беҙҙән бүләк көтһөндәр.
Йомаҡҡа, «Йәшлек», гәзит, тип яуап биргән Миңһылыу Ишемғолова (Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы), Рәзиә Динисламова (Инйәр ҡасабаһы), Зәйнәп Үмербаева (Ишембай районының Этҡол ауылы) тапҡыр яуап һәм гәзиттең патриоты булғандары өсөн «Йәшлек»тең махсус приздары менән бүләкләнәсәк.