Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Декабрь 2010, 14:15

Зөлфиә Камалова: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан»

Һәр кеше үҙ алдына маҡсаттар ҡуйып, яратҡан эше менән шөғөлләнергә тейеш. Бындай дәртле кешеләргә тормош йәмлерәк тә, ҡыҙығыраҡ та күренә.Һүрәттәге мөләйем ҡыҙ Зөлфиә Камалова – тап шундайҙар­ҙан. Ул – бейеүсе. Алсаҡ йөҙлө һылыуҙан ыңғай энергия бөркөлөп торғандай.Зөлфиә Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында 1989 йылдың 3 декабрендә донъяға килгән. Ауылда 6-сы синыфты уҡып бөткәс, Өфө ҡалаһына күсә. 2008 йылда М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 3-сө курста белем ала. Был юлды һайлауҙа атаһы һәм әсәһе ярҙам иткән.

Зөлфиә Камалова: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан»
Зөлфиә Камалова: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан»
Һәр кеше үҙ алдына маҡсаттар ҡуйып, яратҡан эше менән шөғөлләнергә тейеш. Бындай дәртле кешеләргә тормош йәмлерәк тә, ҡыҙығыраҡ та күренә.
Һүрәттәге мөләйем ҡыҙ Зөлфиә Камалова – тап шундайҙар­ҙан. Ул – бейеүсе. Алсаҡ йөҙлө һылыуҙан ыңғай энергия бөркөлөп торғандай.
Зөлфиә Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында 1989 йылдың 3 декабрендә донъяға килгән. Ауылда 6-сы синыфты уҡып бөткәс, Өфө ҡалаһына күсә. 2008 йылда М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 3-сө курста белем ала. Был юлды һайлауҙа атаһы һәм әсәһе ярҙам иткән.
Тиктормаҫ ҡыҙ бәләкәй саҡтан уҡ бейергә ярата. Әсәһе: «Тәпәй баҫҡандан бейей инде», – ти, шаяртып. Ысынлап та, бейемәгән көнө юҡтыр уның. Хатта киләсәген яратҡан шөғөлөнән тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Ә бөгөн университеттың «Кружева» ансамблендә төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарыуҙа ҡатнаша, думбырала уйнай, үткәрелгән бөтә саралар эсендә ҡайнай.
Буш ваҡытын да файҙалы үткәрә: башҡорт яҙыусыларының, шағир­ҙарының әҫәрҙәрен ярата. Ял көндәрендә ғаиләһе менән ауылға туғандарына ҡайтып тора. Ә былай, дөйөм алғанда, буш ваҡыты юҡ тиерлек: уҡыуҙан сығыу менән репетицияға йүгерә, унан ҡайтып дәресенә тотона. «Ошолай күңелле мәшәҡәттәрҙә йәшәүемә сикһеҙ шатмын», – ти үҙе.
Хыялы – белемен камиллаштырып, киләсәктә иң яуаплы, иң изге уҡытыусы һөнәренә эйә булыу. Балаларҙы уҡыуҙа ғына түгел, сәнғәттә лә үҫтереү маҡсатына ынтылыу – уның өмөтө.
Зөлфиәнең тормош девизы: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан». Әгәр кеше әҙер­ҙе генә көтә икән, эше лә ырамаҫ, килеп тә сыҡмаҫ. Киреһенсә, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа ирешеп, бал ҡортолай тырыш­һаң, барыһы ла тейешенсә булыр, тигән уйҙа егәрле ҡыҙ.

Эльмира ИШЕМОВА,
БДУ студенты.
Читайте нас: