-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ноябрь 2010, 17:52

Еңеүселәр араһында – беҙҙең хәбәрсе

2010 йылда Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында инновацион эшмәкәрлек мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға республика журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды. «Баҫма киң мәғлүмәт саралары: республика гәзиттәре һәм журналдары – иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында беренсе урын «Новая экономическая газета» күҙәтеүсеһе Александр Филипповҡа бирелде. Икенсе урында – «Йәшлек» республика йәштәр гәзите хәбәрсеһе Рәшиҙә Мәхи­йәнова. Өсөнсө урынды «Бизнес-партнер» журналы алды.

2010 йылда Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында инновацион эшмәкәрлек мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға республика журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Баҫма киң мәғлүмәт саралары: республика гәзиттәре һәм журналдары – иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында беренсе урын «Новая экономическая газета» күҙәтеүсеһе Александр Филипповҡа бирелде. Икенсе урында – «Йәшлек» республика йәштәр гәзите хәбәрсеһе Рәшиҙә Мәхи­йәнова. Өсөнсө урынды «Бизнес-партнер» журналы алды.
«Баҫма киң мәғлүмәт саралары: район, ҡала һәм берләштерелгән гәзиттәр һәм журналдар – иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында «Учалинская газета» редакцияһы еңде. Икенсе урынды «Панорама» гәзите (Благовещен) яуланы. Өсөнсө урында — «Красное знамя» гәзите редакцияһы (Нефтекама).
«Ведомство, корпоратив гәзиттәр һәм журналдар – иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында һөҙөмтәләр түбәндәгесә: беренсе урында – ӨДАТУ-ның «Авиа­тор» гәзите, икенселә – «Авиатор» гәзите хәбәрсеһе Эльвира Ғәниева. Өсөнсө урынды «Голос строителя» корпоратив гәзите менән «Вестник треста №21» гәзите бүлеште.


Т. АМАНОВ.