Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Ноябрь 2010, 14:27

Быйыл «Гәлсәр»ҙә – игеҙәктәр йылы

Быйыл «Гәлсәр һандуғас» телефестивалендә Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 60 конкурсант ҡатнашты. Смс-тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса уларҙың егерме икеһе ярымфиналға үтте. 25 октябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаулап-гөрләп уҙҙы ярымфинал. Мәртәбәле жюри – Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нәзифә ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, журналист Венер Исхаҡов алдында йырсылар, алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, тере тауыш менән йырларға тейеш ине. Һынауҙы лайыҡлы үтеп, 30, 29, 28 балл йыйыусы конкурсанттар финалға сыҡты. Әммә гала-концертта иң күп смс-тауыш йыйыусы 10 конкурсант ҡына сығыш яһаясаҡ. Әлеге көндә иң күп тауыш йыйыусылар – Айҙар Рәҡипов, Ян Лира, Артур Насиров, Эльвира һәм Эльмира Ғилмановалар. Тауыш биреү 27 ноябргә тиклем дауам итә.

Быйыл «Гәлсәр»ҙә – игеҙәктәр йылы
Быйыл «Гәлсәр»ҙә – игеҙәктәр йылы
Читайте нас: