Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Октябрь 2010, 15:21

Яҡшы кәйеф – иң тәмле һәм файҙалы «ризыҡ»

Беренсе конкурс, ғәҙәттәгесә, таныштырыу. Кемдең нимәгә маһир икәне шунан уҡ беленә. Нефтекама менән Стәрлетамаҡ ҡунаҡтары бында ысын КВН «йондоҙ»ҙары булып балҡыны. Былай ҙа тәмлекәс кенә юморҙары йыр һәм бейеүҙәр (их, нисек килештерәләр бит әле!) менән дә бергә бирелгәс, иҫ киткес тәмле бер «аҙыҡ» килеп сыҡты. Шаян һүҙҙәргә һыуһап килгән тамашасылар, ауыҙ һыуҙарын ҡойоп, тәмләп-тәмләп «ашаны» был «ризыҡ»ты.

Икенсе конкурс триатлон тип аталды. КВН яратҡан кешеләр был ярыш менән яҡшы таныш. Һәр команда үҙенең көләмәстәрен уҡый, кемдеке жюри ағзаларына оҡшамай, шулар конкурстан төшөп ҡала. Ә бүтәндәре инде үҙ-ара «разминка»ла ярыша. Был бәйгелә «Три шурупа» командаһына етеүсе булманы – һорауҙарға иң шаян һәм иң тиҙ яуап биреүселәр тамашасыларҙы күҙҙәренән йәштәр сыҡҡансы көлдөрҙө.
Рекламаға арналған өсөнсө конкурс тағы ла күңеллерәк үтте. Бында нимә генә рекламаламанылар: ул үҙе һабын, үҙе шампунь, үҙе мүк урынына ҡулланыр­ға яраған Волгоград йыуғысы булһынмы, шул йыуғыс менән «дуҫ» Тамбов зонтымы – һанай китһәң... Кеше араһындағы мөнәсәбәттәргә лә барып еттеләр. Ә Стәрле егеттәренең шотланд итәктәрен кейеп сығып, етмәһә, шотландса бейеп күрһәтеүҙәрен дә иҫәпкә алһаң, көлөп, эсең ауыртып бөтөр. Сығыштар, иң мөһиме, көлкөлө генә түгел, ә мәғәнәле, ниндәйҙер проб­леманы сағылдырыусы ла бит әле. Афарин, ҡыҙҙар-егеттәр!
Табындың һуңында ҡунаҡтарға, ғәҙәттә, нимә тәҡдим итәләр? Дөрөҫ, десерт. КВН-дың һуңғы конкурсы ла «Йырлы-моңло десерт» тип атала ине. Командалар иҫ киткес итеп йырланы. Тамашасыларҙың күбеһе уларға ҡушылып йырлап, көлөп, сәпәкәйләп ултыр­ҙы. Ә әлеге лә баяғы шул стәрлеләр йырлай башлағас, зал бөтөнләй йәнләнеп китте. Йыр конкурсының был тиклем үк күңелле булғанын күргәнем юҡ ине әле – ҡыҙҙарҙың күбеһе был сығыштан һуң Стәрлетамаҡ килене булырға ла риза булып бөткәндер.
Һөҙөмтәләр ҙә көтөлгәнсә булды. Жюри ағзаларының ҡуйған билдәләренең дөрөҫлөгөн тамашасыларҙың теге йәки был команда өсөн ҡул сабыуы, ҡысҡырыуы, тыпырлауы, һыҙғырыуы дәлилләне. Биш команда араһынан, шулай итеп, финалға өсәүһе – «Стерхи», «Три шурупа» һәм Нефтекама йыйылма командалары үтте. Афарин! Тимәк, декабрь айында үтәсәк финалда ярат­ҡан командалары өсөн «ауырыусы»­ларҙы көтөп ҡала КВН. Әйткәндәй, был КВН-ды телевизион лига тип атағайныҡ. Шуға ла тиҙҙән сығыштарҙы телевизор­ҙан да ҡарай аласаҡһығыҙ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Читайте нас: