-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Октябрь 2010, 16:31

«ЙӘШЛЕК»КӘ РЕКЛАМА»

Быйыл «Йәшлек» үҙенең егерме йәшлек юбилейын билдәләй. Һәм шул айҡанлы үҙенсәлекле генә конкурс тәҡдим итмәксе ул. Быға, әлбиттә, йылы хаттарығыҙ, ҡайнар хистәрегеҙ, хатта мөхәббәтегеҙ этәр­ҙе. Юҡҡа ғына «Йәшлек»те халыҡ гәзите тип атамайҙарҙыр. Тик был заманда был йөктө гелән генә лайыҡлы алып барырға кәрәк тә баһа. Һеҙҙән бер аҙ рухи һәм күңел күтәргес ярҙам көтәбеҙ. Баҙар заманында беҙ ҙә рекламаға мохтаж.

«ЙӘШЛЕК»КӘ РЕКЛАМА»
Быйыл «Йәшлек» үҙенең егерме йәшлек юбилейын билдәләй. Һәм шул айҡанлы үҙенсәлекле генә конкурс тәҡдим итмәксе ул. Быға, әлбиттә, йылы хаттарығыҙ, ҡайнар хистәрегеҙ, хатта мөхәббәтегеҙ этәр­ҙе. Юҡҡа ғына «Йәшлек»те халыҡ гәзите тип атамайҙарҙыр. Тик был заманда был йөктө гелән генә лайыҡлы алып барырға кәрәк тә баһа. Һеҙҙән бер аҙ рухи һәм күңел күтәргес ярҙам көтәбеҙ. Баҙар заманында беҙ ҙә рекламаға мохтаж. Бәйгенең исеме, шунан сығып, былай тип атала: «Йәшлек»кә реклама».
Иҫләйһегеҙҙер, «Сам себе режиссер» телетапшырыуында «Слабо» тигән рубрика бар. Унда ҡайһы берәүҙәр баш етмәҫлек һәләттәрен күрһәтеп ташлай. Ана шуға оҡшап та китергә мөмкин әлеге конкурсыбыҙ. Тик бында, зиһен етмәҫлек һәләттән бигерәк, «Йәшлек»кә ҡарата күңел аңлар, йөрәк тойор ихтирам-иғтибарҙы күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән, кемдер «Йәшлек»кә арнап шиғыр яҙа, йыр сығара ала. Ә кемдәрҙер яратҡан баҫмаһының исемен сигеп тә, тишеп тә, ҡыйып та, соҡоп та, әүәләп тә, семәрләп тә, ябай буяу менән буяп та, ынйы-алтын менән биҙәп тә ҡайҙалыр, нимәгәлер яҙырға мөмкин. Ана, юл ситендәге йә ауыл эргәһендәге тауҙарҙа кирбес-таштар менән теҙеп яҙылған коммунизм осорондағы саҡырыуҙар һаман һаҡлана, «Йәшлек»кә лә бындай ихтирам күрһәткәндә, ҡалай шәп булыр ине. Хатта яратҡан гәзитегеҙ хаҡында реклама ролигы ла төшөрөргә булалыр. ҡыҫҡаһы, барыһы ла һеҙҙең фантазияға бәйле.
Эшләгән эштәрегеҙҙе мотлаҡ редакцияға ебәрегеҙ. Ебәреп булмай икән, эшегеҙҙең фотоһын һалығыҙ, үҙебеҙ барып күрербеҙ.
Бүләккә – ҙур телевизор. Йәғни уны ихлас күңелдән иң шәп реклама тәҡдим итеүсегә (йә итеүселәргә) бүләк итәсәкбеҙ. Тағы беҙҙең шундай ғәҙәт тә бар, конкурс халыҡ араһында популяр була башлаһа, йомартланып китәбеҙ. Бәлки, телевизор менән генә ҡотолоп та булмаҫ. Замандан артта ҡалмайыҡ, тотондоҡ рекламаға.
Мөхәрририәт.